Барығыҙҙы ла *Берҙәмлек байрамы* булараҡ, байрамлайым!
Башҡортостанда булған барыһына ла: бабайҙарға, балаларға, балаларҙың балаларына, буйҙаҡтарға, балдыҙҙарға, бажаларға, бисәләргә, батырҙарға, баҙнатһыҙҙарға, бәһлеүәндәргә, буйға бәләкәйҙәргә, булдыҡлыларға, буйтым байҙарға был байрамды байрамса байрамларға булһын!
*Баймаҡтарҙай* баҡырға бай булып, Башҡорт байталдарына байрам бағышлап;
*Баҡалыларҙай* бәпкәләр баҫтырып;
*Балтастарҙай* башмаҡтарға бай булып;
*Бәләбәйҙәрҙәй* башмаҡтарҙың быуын(һөтөн) бороп, бешереп;
*Балаҡатайҙарҙай* билмән бөрөп;
*Беләриттәрҙәй* бүрәнә бысып;
*Бишбүләктәрҙәй* булдыҡлы булып, бүләкләнеп;
*Бөрөләрҙәй* балаларға бүләктәр булдырып;*Благоварҙарҙай* барыһын бәпкәгә байытып;
*Благовещендәрҙәй* башҡортса белем бирергә булышып;
*Бүздәктәрҙәй* бары баҡса байлығын банкаларға бороп;
*Борайҙарҙай* бороп-бороп бау баулап;
*Бөрйәндәрҙәй* бура бурап;бергә-бергә
*Башҡортостанды байытайыҡ!*
*Бирешмәйек, берҙәм булайыҡ!*
*Барған Бола бөтһөн!
*Беҙҙең батырҙар бөтә боҙоҡлоҡто бөтөрөп, башһыҙ болғаҡтарҙы бәреп, баҫҡындарҙың билдәрен бөгөп, беҙҙе бойондороҡһоҙландырып, Буранайҙа байраҡ болғап, берҙәмлектә Башҡортостанға боролһондар.Бөтә барлыҡты баҡтырып, башҡорттарыбыҙҙың батырлыҡтары баһаланып, барыһы бүләкләнеп, балаларына, бисәләренә барып берләшһендәр.
*Башҡа бола булмаһын, бөтһөн боҙоҡлоҡ!
*Байрам булғас, байрам булһын, башмаҡ боғаҙлап бишбармаҡ, былау бешереп, бәлештәр быҡтырып, балан бөйрөгө бешереп, баллап, бәренйәләп байрамлағыҙ!Байыраҡтар барынан бүлешһендәр, белгестәр бушлай белем бирһендәр, балаларығыҙ, балаларығыҙҙың балалары, бүлә-бүләсәләрегеҙ белемле, бай булһындар!Барын - барлап, булмағанын - булдырып бәхетле булайыҡтар!
*ДАЛА ҠЫҘЫ*
Сығанаҡ: интернеттан.