Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Октябрь 2025, 11:10

Ҡурайға һөйөү—нәҫелдән

Ҡурай—башҡорт халҡы өсөн ябай музыка ҡоралы ғына түгел. Ул милләтебеҙ тормошонда мөһим роль тота: күңел тауышы, йөрәк моңо, мәҙәниәтебеҙҙең алыштырғыһыҙ өлөшө. Ҡурай моңо кеше тойғоларының бөтә гаммаларын—шатлығын да, хәсрәтен дә бирә ала. Ул байрамдарҙа ла яңғырай, ҡайғылы минуттарҙа ла талғын көйөн һуҙа. Йәнә үткәндәр һәм бөгөнгө араһында күпер һуҙып, мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға, йәш быуынға тапшырырға ярҙам итә. Шуға күрә беҙ ҡурай тибеҙ икән, тимәк, башҡорт халҡының һүнмәҫ-һүрелмәҫ рухы хаҡында һөйләйбеҙ.

Ҡурайға һөйөү—нәҫелдән
Ҡурайға һөйөү—нәҫелдән

Эйе, күңелендә милли рух йөрөткән, азатлыҡ һөйгән, тәбиғәтте яратҡан, үткәндәрҙе онотмаған, киләсәген уйлаған кеше генә был тылсымлы музыка ҡоралынан илаһи моң сығара ала. Шундай замандаштарыбыҙҙың булыуы бөгөн беҙҙе һөйөндөрә, киләсәккә ышаныс уята.
Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан тамыр алған Хәсәновтар ғаиләһе күптәргә таныштыр. Йыр-моңға ғашиҡ, һәр яҡлап һәләтле,
белемле затта ҡурайсылар күп. Рауил, Рәмил, Рәил Хәсәновтар— бер туған ҡурайсылар. Улар ҡурайлы ғаиләлә тыуған, ҡурай уйнап үҫкән һәм бөгөн дә унан айырылмай.
—Беҙҙең атай яҡлап та, әсәй яғынан да ата-олатайҙарыбыҙ оҫта ҡурайсы ине. Атайыбыҙҙың атаһы Рәхимйән Хәсәнов, атайыбыҙ Сәфәрғәле Хәсәнов бер ҡасан да ҡурайһыҙ йөрөмәне. Ниндәй генә табын, мәжлес булмаһын, улар ҡулына ҡурай ала ине. Шуға беҙҙең ҡаныбыҙға уның моңо һеңгән. Мәктәпкә барғас, арҙаҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров түңәрәгенә эләктем. Ул минең был илаһи музыка ҡоралына һөйөүемде тағы ла арттырҙы. Унда Ришат Рәхимов менән бергә шөғөлләндек. Билдәле булыуынса, ул аҙаҡ Башҡортостандың халыҡ артисы булып китте. Мин дә Өфө сәнғәт училищеһының тынлы оркестр бүлегенең ҡурай класында уҡыным. Унда беҙҙе Ғата Сөләймәнов күп нәмәгә өйрәтте, күңелебеҙҙе байытты, опера, драма театрына алып йөрөнө, беҙҙе профессиональ йәһәттән әҙерләүгә күп көс һалды. 1982 йылда Баймаҡ сәнғәт мәктәбенә ҡайттым. Бығаса унда һәүәҫкәр ҡурайсылар дәрес бирһә, мин профессионаллек йәһәтенән үҙ өлөшөмдө индерҙем. Унда уҡып киткән уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам, уларҙың береһе—Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Биксурин. Ул донъя кимәленә сыҡты тип тә әйтә алам. Сөнки сит ил музыкаларын, мәҫәлән, Моцарт көйҙәрен ҡурайҙа уйнай.
1996 йылда Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов мине Сибайға саҡырып алды. Сибай сәнғәт училищеһында дәрестәр бирә башланым. Бындағы сығарылыш студенттарым менән дә ғорурланам. Уларҙың береһе—Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Айнур Әминев. Ул бик оҫта, виртуоз ҡурайсы. Әле ейәндәремә өйрәтәм. Резеда ҡыҙымдың улы Радмир 4 йәштән ҡурай уйнай. Әле 5-се класта белем ала, конкурстарҙа ҡатнаша. Онлайн дәрес һораусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Камила Солтангәрәева ватсап аша 30-лаған йыр өйрәнде, Ҡытайҙа оҫталыҡ дәресе үткәрҙе,—тиБашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Хәсәнов һәм заманында республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән төрлө тарафҡа гастролдәргә йөрөүен, конкурстарҙа ҡатнашыуын ғорурланып һөйләй.
Уның һүҙҙәрен ҡустыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Сәфәрғәле улы ла йөпләп, ғаиләһендәге ҡурай ролен бик матур итеп һөйләне:
—Беҙ сәңгелдәктән ҡурай менән үҫтек. Атайыбыҙ көтөүсе ине, эштән ҡайтып ҡулдарын йыуғас та ашарға ултырмай, ҡурайын алыр ине. Тәүҙә ярты сәғәтләп уйнап ала, 4 улын, 7 ҡыҙын бейетә, шунан ғына өҫтәл янына килә торғайны. Бәләкәй саҡта ҡурай уйнарға өйрәнәм тип атайҙың ҡурайын һындырғайным, ул үлән алып ҡайтты ла миңә ҡурай эшләргә ҡушты. Шулай итеп, ҡурай уйнарға ла, эшләргә лә өйрәнеп киттем. Ҡурай үләне август айында өлгөрә, шуны алып ҡайтып үҫемлек майында бешереп алаһың, шунда ныҡ була. Атайыбыҙ үлән ҡурайҙа оҫта уйнаны, айырыуса бейеү көйҙәрен урын-еренә еткереп башҡарҙы, бейемәҫ кешеләр бейергә төшә ине. Мин мәктәпте тамамлағас, ауыл мәҙәниәте йортонда эшләнем. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамланым. Ғүмеремде балаларҙы уҡытыуға бағышланым. Хәрби әҙерлек, музыка дәрестәрен алып барҙым. Бер мәл Ырымбурҙа хәрби әҙерлек етәкселәренең йыйыны булды. Шунда кис швабранан ҡурай эшләп уйнай башлағайным, рус командиры: «Магнитофонды һүндерегеҙ»,—тип ҡысҡырҙы. Яныма килгәс мине күреп аптырауға ҡалды, ҡулымда нимә булыуын һораны. Милли музыка ҡоралы икәнен әйткәс, уйнауымды һораны. Бик оҡшатты.
Иртәгәһенә ашханаға Баймаҡтан килгән вәкилдәр менән теҙелеп китеп барабыҙ. Мин «Шайморатов генерал» көйөн уйнап алдан барам. Өйөндәге кешеләр балконға сығып: «Молодцы, башкиры»,—тип тороп ҡалды.
Шулай, ҡайҙа барһам да ҡурай уйнаным. Һәүәҫкәр ҡурайсы булһам да мәктәптә балаларға дәрес бирҙем, конкурстарға алып сыҡтым. Үҙем дә район ҡурайсылары менән республика бәйгеләрендә ҡатнаштым. Әле диндәмен. Ике нәмәнән аңлатып бөтмәҫлек кинәнес алам—намаҙ, аят уҡыуҙан һәм ҡурай уйнауҙан,—ти ул.
Рәмил ағай әйтеүенсә, элек оло быуын вәкилдәре, айырыуса фронтовиктар «Урал» көйөн тыңларға яратҡан. Хәрби әҙерлек дәресе етәксеһе булараҡ, уға фронтовиктар менән күп осрашыуҙар уҙғарырға тура килгән. Нәҡ ошо йырҙы улар күҙҙәрен йәш алып тыңлаған да инде.
Хәсәновтарҙың кеселәре Рәил Сәфәрғәле улы ла ҡурайға мөкиббән.
—Беҙҙең ғаилә, нәҫел табындары, мәжлестәр ҡурайһыҙ үтмәне, үтмәй ҙә. Мин дә ағайымдарҙан ҡурай уйнарға өйрәндем. 1983 йылда Кәрим ағай Дияров етәкселегендәге бер төркөм Өфөгә концерт ҡуйырға әҙерләндек. Мин унда бәләкәй инем әле, 5-се класта булдыммы икән,Кәрим ағай:«Был бала ни эшләй белә?»—тип һораны. Ҡурайҙа уйнауымды әйтеп, «Заятүләк», «Игзаков» көйҙәрен уйнап күрһәттем. Шул саҡ ул арҡамдан һөйөп: «Шәп ҡурайсы булырһың»,—тип маҡтаны. Ошо һүҙҙәр мине ҡанатландырҙы, мин бер ҡасан да ҡурайҙы ташламаным.
Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Бала сағымда түше тулы миҙалдары булған фронтовик ағай-олатайҙар бер сәхнәлә сығыш яһау оло тәьҫораттар ҡалдырҙы. Конкурстарға барып, арҙаҡлы ҡурайсыларҙы күреү, уларҙың уйнаған отоп алыу минең тәжрибәмде, ҡурайға һөйөүҙе арттырҙы. Сибай институтында музыка бүлеген тамамланым, әле балаларҙы музыканан уҡытам, ҡурай уйнарға өйрәтәм. Теләп өйрәнәләр, яраталар, конкурстарға сығалар. Был ҡыуандыра. Ҡурайҙың бәҫе төшмәне, киреһенсә арта бара. Дәүләт ансамбле, Ҡурай көнө булдырылыуы—үҙе бер мәртәбә. Ҡурай булды, бар һәм буласаҡ,—ти Рәил Хәсәнов.


Милли музыка ҡоралыбыҙға ихтирам һәм һөйөү менән һаҡсыл ҡараған, ошо мәҙәни мираҫыбыҙҙы йәш быуынға өйрәткән Хәсәновтарға һоҡланабыҙ һәм ошондай ир-азаматтар булғанда ҡурайыбыҙ моңо тынмаҫына ышанабыҙ. Ҡурай көнө менән, ҡурайсылар!

 

 


Резеда Усманова.

Ҡурайға һөйөү—нәҫелдән
Ҡурайға һөйөү—нәҫелдән
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас