Мәғәмүрә Мөхәмәтйәнова Байым ауылында тыуған. Атаһы райондың төрлө ауылдарында эшләй.
—Ғәҙелша ауылында йәшәгәндә һуғыш башланып китте. Унан беҙ Түбә ауылына килдек. Өфөлә 4 йыл хәрби заводта эшләнем. Аҙаҡ Сибайҙа карьерҙа тир түктем. Шул ваҡытта Ғәҙелша ауылы егете Зәйнулла Ғәрифулла улына кейәүгә сыҡтым. 7 балаға ғүмер бирҙем, береһе бала сағында үлеп ҡалды. Әле 4 балам—Марс, Азамат, Миңзәлә, Рәмзилә иҫән. Улар үҙҙәре өләсәй, ҡартатай булып бөттө. Минең ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр, тыуа-тыуасарҙар бар, инде иҫәбен дә белмәйем,—тип йылмая инәй.
Мәғәмүрә инәй ҡыҙы Рәмзилә менән йәшәй. Йылы, таҙа, бөхтә өйҙә бөтә шарттар ҙа булдырылған.
—Әсәйем һуңға ике йылда ғына өйҙән сыға һалмай, шуға душ та эшләтеп ҡуйҙыҡ. Быға тиклем сос, шәп булды. «Атайсал» гәзитен көтөп ала, яҙылдыңмы тип контролләп кенә ултыра. «Яҙыл, мин үлеп китһәм, уҡымаһаң, берәүһенә бүләк итерһең»,—ти. Гәзит килеү менән ҡысҡырып уҡып сыға,—ти инәйҙең ҡыҙы Рәмзилә апай.
«Атайсал»дың тоғро дуҫына ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Резеда Усманова.