Кисә Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Милли кейемдәр көнөнә һәм Сибай ҡалаһының 70 йәшлек юбилейына арналған “Милли кейем - күңел байлығы” исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы.
Сараны Сибай ҡалаһының Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Сибай башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Сарала Сибай ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы начальнигы, Башҡортостндың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова, Сибай ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы методисы, Башҡортостндың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профсоюз рәйесе, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары мәсьәләләре буйынса Комиссияның рәйес урынбаҫары Сажиҙә Факил ҡыҙы Ғәниева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почетлы гражданины, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, оҫта Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина, Мәғариф, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияның кураторы, мәғариф хеҙмәте ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова, Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре мөдире Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисова, сәнғәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, музей белгестәре, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» наградаһы лауреаты, сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы—республикала иң беренселәрҙән булып ҡул эштәрен, милли кейем тегеү серҙәненә төшөнөп, йәш быуынға өйрәткән, таратҡан оҫта. Әлеге сараоа уның студенттары ҡыҙҙар кейгән кейемдәрҙең, селтәрҙәрҙең, баш кейемдәренең үҙенсәлектәрен күрһәтеп, белемдәре менән бүлеште.
Килгән ҡунаҡтар өсөн колледждың вокал бүлеге мөдире Гөлсинә Ғәйнислам ҡыҙы Ҡоҙашева “Башҡорт халыҡ йырҙарында милли кейемдәрҙең сағылышы”, халыҡ инструменттары бүлеге мөдире Альмира Файыҡ ҡыҙы Баймырҙина “Башҡорт халҡының эпостарында милли кейемдәрҙең сағылышы” тигән темаларға сығыш яһаны.
Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡала ҡоролтайы ағзаһы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова мәктәптәрҙә милли кейемдең ҡулланылышы тураһында һөйләһә, Республика дистанцион уҡытыу үҙәге уҡытыусыһы, оҫта Зәлиә Шамил ҡыҙы Моталлапова иһә, үҙенең нисек итеп боронғо осорҙағы кейем һәм биҙәүестәрҙе хәҙерге заманға яраҡлаштырып эшләүе, халыҡтың нимәгә нығыраҡ иғтибар итеүе тураһында бәйән итте.
Сәсәниә, оҫта ҡуллы Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованың Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында һаҡлана килгән “Ете ырыу кейемдәр йыйылмаһы” менән музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре Айгөл Иҙрис ҡыҙы Ниғәмәтова менән Разалия Наил ҡыҙы Теүәлбаева таныштырҙы.
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ағинәй Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова сығыштарҙы юғары баһаланы һәм киләсәктә милли кейемгә арналған сараларҙы киңәйтелгән форматта, байрам кеүек үткәрергә тигән теләген белдерҙе.
Сараны алып барыусы - тарих фәндәре кандидаты, Сибай музейы директоры, ҡала ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен белдереп, ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә, уҡыуҙарында уңыштар теләне.