Баймаҡ районы Һәмән ағинәйҙәр йоротонда бөгөн матур байрам үтте. Береһенән-береһе матур, сағыу милли кейемдәр кейгән апайҙарҙы, инәйҙәрҙе ҡарап һоҡланыу ҙа, ғорурланыу ҙа хистәре кисерҙем. Шул тиклем милли кейем килешә үҙҙәренә! Һәр береһе үҙ кейемдәренә мәдхиә йырланы.
"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә апай Һибәтуллина ағинәйҙәр йортона ҡуйылған күргәҙмәнән башҡорт халҡының милли кейеме менән таныштырҙы, кейемдең һәр элементының әһәмиәте тураһында һөйләне. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең йырҙарын да бүләк итте. Йырлы самауыр янында ла һөйләшеү милли кейемгә, уның тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу хаҡында булды. Афарин, һәмәндәр! Матур сара үтте. Рух күтәренкелеге, һоҡланыу, бер-беребеҙгә, милли кейемгә ҡарата ихтирам бер ваҡытта ла һүнмәһен, һүрелмәһен!
РАЙХАНА БУЛАТОВА, китапханасы.