

Ғаиләбеҙ менән күптән ситтә эшләһәк тә, йәмле генә Йәнйегеттең ҡотон һаҡлаусыларҙан булғаныбыҙға шөкөр итәм. Балаларым да ауылға, ауыл яҙмышына илтифатлы, беҙ биргән тәрбиә емештәрен бирә, шөкөр итәм.
Ошо йыйынға арнап, матур шиғыр яҙып ебәргән Рәзилә бикәсем Ырыҫҡужинаның шиғыры менән тамамлайым яҙмамды.
Берҙәм ҡаҙан аҫтыҡ бөгөн,
Бәрсәктәр ҡаҙаны ул.
Туғандарҙы ҡорға йыя —
Бәрсәктәр майҙаны ул!
Төрлө яҡтан эркелешеп
Ҡайттыҡ бәрсәк ҡорона –
Һәр беребеҙ моң өҫтәйбеҙ
Арабыҙҙың йырына.
Татыулыҡта һыр бирмәгән
Борондан ата-баба.
Ара тарихын, ғәҙәтен
Белеп үҫһен һәр бала.
Быуын-быуын күсә килә
Ныҡ булһын туған ебе.
Туғанын туған тип белгән —
Ҡәҙерләй тыуған ерен.
Ауырлыҡтар еңелерәк
Туғандар булһа янда.
Һәр саҡ күрешеп торайыҡ,
Туғанлыҡ беҙҙең ҡанда.
Улағыбыҙ һыуын тәмләп
Үҫһен бәрсәк балаһы.
Ауылыбыҙ хозурлығын
Күрһен бәрсәк балаһы!
Күңел ҡото алып ҡайтһын
Һәр беребеҙ был ҡорҙан.
Сауаптарын насип итһен —
Кемдәр был ҡорҙо ҡорған.
Арабыҙҙан ел үтмәһен,
Донъялар имен булһын!
Барлыҡта ғүмер итәйек,
Шатлыҡтан күңел тулһын!
Ҡаҙан аҫтыҡ әле бөгөн –
Бәрсәктәрем килһендәр!
Беҙҙе күргән бүтәндәр —
Һай, татыуҙар, тиһендәр!
Һай, бәрсәктәр, тиһендәр!