

Конкурстың «Сәхнәләштерелгән әкиәт» номинацияһында «Айгөл» балалар баҡсаһының фольклор коллективы 2-се урынға лайыҡ булды. Бәләкәстәр «Шишмә» әкиәтен ҡуйып барыһында таң ҡалдырған. Йәш артистарҙы ярышҡа балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе В.Ф.Әхмәтшина, тәрбиәселәр Г.Ю.Байғужина, Ю.В.Зарипова, Р.И.Кәримова әҙерләгән.
«Ғаилә фольклор коллективтары» номинацияһында «Ҡурай» балалар баҡсаһы исеменән сығыш яһаған Яхиндар, Сәғәҙәтовтар, Биктимеровтар ғаиләләре 3-сө урын алды. Ғаиләләргә тәрбиәсе Г.З.Хасаева ярҙам иткән. Шулай уҡ Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы конкурста жюри ағзаһы булараҡ күрһәткән профессиональ хеҙмәте өсөн Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Конкурста Сибай ҡалаһы намыҫын күтәреп, юғары уңыштарға өлгәшкән бәйгеселәрҙе, уларҙы ярышҡа етди әҙерләгән уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, музыкаль етәкселәрҙе ҡотлайбыҙ! Гел шулай алдынғы булығыҙ!
Гөлдәр Ҡадаева.