Өләсәй (Рәсимә Ғәбит ҡыҙы Тимербулатова) балаларҙы серле һандыҡта һаҡланған ҡомартҡылар: сигелгән таҫтамалдар, күлдәк, камзул һәм яулыҡтар менән бер рәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү кейемдәренән - селтәр, ҡашмау,түшелдерек менән таныштырып үтте. Музыка ҡоралдарынан - ҡурай, думбыра, ҡумыҙҙың һәр береһенең тарихын, ҡулланылышын һөйләп балаларға аңлатып китте. Өләсәй үҙенең йәш сағын иҫкә төшөрөп, килендәр (Әлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Хасанова, Эльвира Минлебай ҡыҙы Йәнтилина) әйткән таҡмаҡҡа бейеп тә алды, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтте. Балалар ҙа ҡумыҙға ҡушылып, төрлө инструменттарҙа уйнап , үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр (ансамбль етәксеһе һәм байрамды музыкаль яҡтан биҙәүсе - Гөлназ Миҙәхәт ҡыҙы Әбүбәкирова). Балалар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине, улар ҙа үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәттеләр: малайҙар дәртле батырҙар бейеүен бейеһә,ә ҡыҙҙар яулыҡ менән бейенеләр, шулай уҡ “Өләсәйем” тигән йыр ҙы ла йырлап ишеттерҙеләр, өләсәйгә арнап, шиғыр ҙа һөйләнеләр.Сара барышында балалар элекке уйындарҙы ла иҫтәренә төшөрөп, күмәкләшеп ”Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнап алдылар. Сара бик күңелле һәм фәһемле үтте, сөнки халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү — үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып тора, мәҙәни hәм рухи ҡиммәттәрҙе бер быуындан икенсеһенә тапшырыуҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә. Саҡырылған ҡунаҡтар Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Динара Рәүил ҡыҙы Аскарова һәм ҡоролтай ағзаһы Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова фольклор байрамдарының балаларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүҙә әһәмиәтен, балалар баҡсаһында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән яҡындан таныштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып киттеләр.