АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
21 Февраль 2025, 06:45

Кескәйҙәрҙе йыйҙы китапхана

Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән башҡорт халыҡ уйындарын «Күмер йөҙөк», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош», «Тирмә» уйындарын уйнанылар, ауыҙ-тел ижадына ла иғтибар бирҙеләр: йомаҡ ҡойҙолар, һынамыш әйтештеләр, көләмәс һөйләнеләр.

Кескәйҙәрҙе йыйҙы китапханаКескәйҙәрҙе йыйҙы китапхана
Кескәйҙәрҙе йыйҙы китапхана

 

Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, үткән менән киләсәкте бәйләгән күпер.  «Теле барҙың—иле бар», ти халыҡ мәҡәле. Уны һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Әлбиттә, был йәһәттән иң ҙур яуаплылыҡ ата-әсәйҙәргә, ә инде балалар баҡсаһында тәрбиәселәргә төшә.

21 февраль—Халыҡ -ара туған тел көнөндә илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә халыҡтың ауыҙ-тел ижады буйынса бик күп саралар ойошторола. Беҙҙең «Айгөл» балалар баҡсаһының «Бал ҡорттары» башҡорт төркөмө лә был саранан ситтә ҡалманы. Улар Сибай ҡалаһының 2-се китапханаһында «Беҙҙең сығанаҡтар. Фольклор уҡыйбыҙ» исемле VII Халыҡ-ара акцияла ҡатнашты. Уның маҡсаты үҫеп килгән быуында төрлө халыҡтарҙың фольклор һәм мәҙәниәтен өйрәнеү һәм популярлаштырыу, уларға ҡарата ихтирам тойғоһо үҫтереү һәм тәрбиәләү ине. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән башҡорт халыҡ уйындарын «Күмер йөҙөк», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош», «Тирмә» уйындарын уйнанылар, ауыҙ-тел ижадына ла иғтибар бирҙеләр: йомаҡ ҡойҙолар, һынамыш әйтештеләр, көләмәс һөйләнеләр. Башҡорт халыҡ әкиәте «Әминбәк»те лә тыңлап өлгөрҙөләр. Шулай уҡ балалар китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Теле барҙың—или бар» исемле китап күргәҙмәһе менән дә танышты.

Рухлы, мауыҡтырғыс, фәһемле сараны ойошторған китапхана хеҙмәткәре Әбүбәкирова Земфира Әғзәм ҡыҙына һәм шулай уҡ ағинәй Таштимерова Факиһа Нәбиулла ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да шулай тығыҙ бәйләнештә эшләргә яҙһын.

Һәр милләт өсөн туған тел—иң яҡын, иң ғәзиз тел! Беҙ ҙә башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!

 

 

Г.Байғужина, «Айгөл» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас