Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Декабрь , 22:10

Мөғжизә көткәндә...

Сираттағы яңы йыл яҡынлаша. Инде урта йәш тип аталған осорға етһәң дә, ошо декабрҙе ғинуар алмаштырып, календарҙа һан яңырған мәлдә, ниндәйҙер бер мөғжизә көтөү ғәҙәте китмәй.Балалар, ҡасан шыршы ултыртабыҙ тип ноябрҙә үк тыҡый башланы. Ә беҙ өйҙә шыршыны ултырмайбыҙ, ә.... эләбеҙ. Ысын, ышанмайһығыҙмы, улайһа килеп ҡарағыҙ. Тәүҙә ултырттыҡ беҙ. Үҙебеҙсә ныҡ итеп ултырттыҡ. Әммә ул шыршы бахыр кис ятып киткәнсә әллә нисә ҡолап, әллә нисәне кире тороп ултыра. Башы әйләнеп, ылыҫы ҡойолоп, уйынсыҡтары ысҡынып тәгәрәп тамам алйый. Моғайын төшөнгәнһегеҙҙер, бының сәбәбе - балалар.Шунан алып беҙ шыршыны осона бау тағып өрлөктәге сөйгә эләбеҙ. Рәхәт. Ҡоламай ҙа, туламай ҙа, тик тора. Балаларҙың бәләкәстәре хатта аҫтынан зыйлап йүгереп үтеп киткәндә бер энәһе лә ҡымшанмай исмаһам. Эленеп тороуы киреһенсә уңайлы әле тағы: шыршы тирәләй өйөрөлөү кәрәкмәй, үҙен әйләндереп ебәрәләр барабан шикелле, ә һин эргәһендә тик кенә торһаң да ярай - эффект шул уҡ. Кис балалар бөтәһе лә өйҙә саҡта "ел-дауыл" көсәйеп киткән мәлдә генә әлеге яңы йыл биҙәге уңлы-һуллы сайҡалып китә, бауынан ысҡынырҙай булып тулай, тыпырсына, әммә еп ныҡ, бирешерлек түгел. Тора меҫкен шыршы шулай байрамдар бөткәнсе аҫылынып, дар ағасына эленгән каторжан шикелле.

Мөғжизә көткәндә...
Мөғжизә көткәндә...


Булған барлыҡ ниғмәттәр, байлыҡтар, һаулыҡ, бәрәкәт, һынауҙар Ҡыш бабай бүләге түгел,ә Хоҙай әмере, өлөшөңә төшкән тәҡдир икәнен күптән аңлаһаҡ та, балаларҙың ысынлап ышанып дүрт күҙ менән мөғжизәһен һындырғы килмәй. Ваҡыты еткәс был хәҡиҡәтте улар үҙҙәре лә төшөнөр.
Кеше күңелендә ниндәйҙер мөғжизәгә урын булырға тейештер бит.




ШӘФҠӘТ ҒӘЛИКӘЙЕВ.

Автор:
Читайте нас: