Байрамдар
2 Декабрь 2024, 11:50

Ҡаҙ өмәһе—муллыҡ байрамы

Халыҡ йолаларына таянып үткәрелгән сара йыр-моң менән үрелеп барған, гармун моңдары яңғыраған

Ҡаҙ өмәһе—муллыҡ байрамыҠаҙ өмәһе—муллыҡ байрамы
Ҡаҙ өмәһе—муллыҡ байрамы

Төбәктә ҡаҙ өмәләре гөрләй. Халҡыбыҙҙың борондан килгән гөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып ҡалыуы матур күренеш.
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы уңғаны Илсиә Сәйетова йыл һайын 100-ләгән ҡаҙ, 60-тан ашыу бройлер үҫтерә. Яҙ көнө күпме бәпкә һатып ала—көҙгә шундай уҡ иҫәптә барып сыға. Быйыл Илсиә Ишбулды ҡыҙы “Линда” тоҡомло ҡаҙ бәпкәләренә өҫтөнлөк биргән һәм яңылышмаған.
—Йыл һайын ҡош-ҡорттарҙы “Байрамғолов” хужалығынан алам. Апрелдә алам да тәүҙә йылы һарайҙа көтәм. Бер айға тиклем тик үҙҙәре өсөн махсус һатылған ем менән ҡарайым, аҡрынлап кәбәккә күсәм. Үлән турап бирәм, аҙаҡ инде Азамат улым менән Камила ҡыҙым ярҙамлаша. Береһе Һаҡмар йылғаһы буйына төшөрһә, икенсеһе алып ҡайта. Көҙ етеп, ҡош-ҡортто һатҡас, уларға үҙҙәре һораған әйберҙе алып бирәм. Бер яҡтан балаларымды аҡрынлап эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итәм, эшкә лә өйрәтәм. Илгенә ҡыҙым Өфөлә уҡый, йәй көнө уның да ярҙамы ҙур. Быйыл ямғырлы йыл булғас, ҡаҙҙар үләнгә туҡ булды, Һаҡмарҙа ла рәхәтләнеп йөҙҙө. Шуға күрә үҙҙәре һимеҙ, ите тәмле. Бер ҡаҙ яҡынса 4-5 кг тарта,—ти Илсиә Сәйетова.
Бройлер себештәрен дә иртә яҙҙан алып үҫтерә һәм августҡа тиклем һатып та бөтә. Ҡаҙға ҡарағанда, бройлер табышлыраҡ, ул тиҙ өлгөрә. Быйыл улар яҡынса 3 килограмға еткән һәм килоһын 400 һум менән бер нисә көндә һатылып та бөткән.
Ҡолсора уңғаны үткәргән Ҡаҙ өмәһенә “Зарифа” халыҡ фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары ла килгән. Халыҡ йолаларына таянып үткәрелгән сара йыр-моң менән үрелеп барған, гармун моңдары яңғыраған.
Һимертелгән ҡаҙҙарҙы һуйып, йолҡоп, таҙартҡандан һуң көйәнтәләргә элеп, “Зарифа”лар гармун моңона ҡушылып, йырлай-йырлай Һаҡмар йылғаһына төшөп сайҡатҡан. Был ҡаҙ өмәһенә байрам төҫө биргән.

 


Кәримә Усманова.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас