Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрам тарихы 1715 йылда башланғыс ала. Ул оҙаҡ йылдар Милиция көнө тип билдәләнә һәм 2011 йылдың 1 мартында, “Полиция тураһында” яңы ҡанун үҙ көсөнә ингәс, байрамдың исеме алыштырылып, Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө тип йөрөтөлә башлай.
Ғүмерҙәрен бик яуаплы һәм ауыр эшкә—граждандарҙың хоҡуҡтарын, йәмғиәт тәртибен, хәүефһеҙлеген һаҡлауға, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә арнаған полиция хеҙмәткәрҙәре беҙҙең тыныс йәшәйешебеҙҙе тәьмин итә, тәртип һағында тора, енәйәтселекте иҫкәртә, халыҡты эске дошмандарҙан һаҡлай.
Илмир Шәрипов 2012 йылдан алып Хәйбулла районы Эске эштәр министрлығында эшләй. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән егет бала саҡтан Эске эштәр органдарында хеҙмәт итергә хыяллана. Был хыялы уны Сибай институтының юридик факультетына алып килә. Тап студент йылдарында буласаҡ кәләше Миләүшә Ришат ҡыҙы менән таныша. Йәштәр 2012 йылда өйләнешә һәм Аҡъяр ауылында төпләнеп ҡала. Илмир Илдар улы хеҙмәт юлын Хәйбулла районында балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып башлай. 9 йылға яҡын ЮХХДИ бүлексәһендә төрлө вазифаларҙа эшләй.
Үҙен эшен яҡшы белгән, талапсан, физик яҡтан әҙерлекле Илмир Шәрипов артабан өлкән участка оперуполномоченныйы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Бөгөн ул Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса миграция пункты начальнигы, полиция майоры.
—Эшем яуаплылыҡ һәм көсөргәнеш талап итә, әммә һөнәремде дөрөҫ һайлауыма бик шатмын. Беҙҙең эштә иң мөһиме—ышаныслы тыл. Кәләшем Миләүшәгә ҙур рәхмәтлемен, ул мине әрмегә оҙатып һәм көтөп алды. Бөгөн тормошобоҙҙо йәмләп Уралиә ҡыҙыбыҙ менән Линар исемле улыбыҙ үҫә. Үҙ йортобоҙҙо төҙөп индек. Яратып башҡарған эшем, көтөп алған ғаиләм бар. Иң мөһиме—ил-йорт тыныс булһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн,—ти Илмир Илдар улы.—Йәштәргә шуны әйтер инем: әгәр ҙә был һөнәр һеҙгә оҡшаһа, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайһығыҙ икән, маҡсатығыҙға ҡыйыуыраҡ атлағыҙ, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ!
Полиция майоры Илмир Шәрипов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны ла.
Барлыҡ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эшегеҙҙә уңышлыҡтар теләйбеҙ!
Кәримә Усманова.