Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Сентябрь , 15:20

Оҫта ҡуллы килен

Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр—апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Байрам тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтелә.

Оҫта ҡуллы килен
Оҫта ҡуллы килен

Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр—апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Байрам тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтелә.

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй, һәр ҡайһыһы үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәре менән ҡабатланмаҫ. Милли кейем көнө—ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошторолған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икәненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Милли кейем көнөн билдәләү—ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә. Шуныһы ҡыуаныслы: арабыҙҙа милли кейемдәр теккән, халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен эшләгән оҫталарҙы һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Шуларҙың береһе Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Йәмле Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуып, артабан Яңы Собханғолда үҫкән Аҡсәскә Әбделмәнова Хәйбуллаға килен булып төшкәс, ауылда эш булмауына аптырап ҡалмай. Тота ла “Йәйғор” балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып эшкә сыға. Һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнаған, үҙенең идеятәҡдимдәре менән сығыш яһаған, алтын ҡуллы киленде ауыл халҡы тиҙ арала ҡатынҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлап та ҡуя. Йәмәғәт эшен бар күңелен һалып башҡара ул: төрлө саралар үткәрһенме, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтһенме йәки онотола барған йолаларҙы сәхнәләштерһенме—барыһын да булдыра. Мәҙәниәт өлкәһендәге белеме лә ярап ҡала, ҡулының оҫта булыуы ла күп осраҡта ярҙам итә. Бөгөн Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙы районда ғына түгел, ә тотош республикаға билдәле оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул хатта Башҡортостан картаһын сигеүҙә ҡатнашҡан. Тәүҙәрәк ҡашмау, селтәр, төрлө биҙәүестәр эшләп, ырғаҡ менән салфеткалар, ултырғыс, диван япмалары бәйләһә, һуңғы йылдарҙа ҡорамалар ҡорап, элекке башҡорт халҡының кейемдәрен тергеҙеүгә тотонған. Төрлө марафондарҙа әүҙем ҡатнаша, теләгән кешеләргә үҙе лә ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. Бигерәк тә Гөлсөм Хөсәйенованың “Хан ҡыҙы” марафондарын көтөп ала, уларҙың һәр береһендә ҡатнашып, яңынан-яңы шөғөлдәрҙе үҙ итә. Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй, төрлө рәсемдәр төшөрөргә яратҡан ҡатын ихатаһын йәй көнө үҙе эшләгән һүрәттәр менән биҙәй. Ә баҡсаһы, әйтерһең дә, әкиәт донъяһын хәтерләтә, унда төрлө-төрлө сәскәләр ултырта. Тормош иптәше Фәрхәт Фәрит улы менән ике ул үҫтерә, ире вахтала эштә булғанда, малайҙарын да һөнәр серҙәренә өйрәтә. Оло Әбеш ауылының республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулауында ла Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Һәр саҡ үткән сараларға үҙенең ҡул эштәренән торған күргәҙмәһен әҙерләһенме, ҡунаҡтарға янсыҡтар текһенме, төрлө кисәләргә ирҙәрҙең баш кейеме йә иһә төрлө ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәреме— барыһын да өлгөртә, уны эшләү серҙәре менән бүлешә, шулай уҡ үҙенең төп эшен онотмай—балалар баҡсаһында кескәйҙәргә тәмле аштар бешереп тә ҡуя. Хәйбулланың оҫта ҡуллы килене Милли кейем көнөндә үҙе теккән милли кейемдәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып эшкә барырға йыйына.

Кәримә Усманова.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: