Һәм бына шул мәлдән алып Баймаҡ егеттәре республикала “Ылаҡ” уйынын пропагандалау һәм таратыу буйынса маҡсатлы эш алып барып, хәҙер инде был спор төрө Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә үҫеш ала бара. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән “Башҡорт аты” фестивалендә лә ул төп спорт төрҙәренән һанала һәм үҙ янына бихисап тамашасыһын йыя.
Райондың “Ылаҡ” уйыны командаһы капитаны Фидан Ниәтшин бына туғыҙ йыл инде уның составында сығыш яһап, уны үҫтереүгә тос өлөш индерә. Быйыл ул ярышта ҡатнашыу өсөн үҙенең Оскар, Гайдар һәм Аҡман ҡушаматлы аттарын алып килгән. Әлеге фестивалде команда көр кәйеф һәм еңеүгә өмөт менән ҡаршы алған.
-”Башҡорт аты” фестивале сиктәрендә үтәсәк ярыштарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, - ти егеттәр, - бының өсөн беҙ бер ай дауамында ныҡлы әҙерлек алып барҙыҡ. Быйыл Урал аръяғы райондарынан ике йыйылма команда төҙөп, иң көслөләрен һайлап алдыҡ. Барлығы 6 команда ҡатнаша был уйында, улар араһында Ҡаҙағстан командаһы иң көслөләренән һанала. Шулай ҙа бирешмәҫбеҙ, еңеү өсөн бар көстө, оҫталыҡты, таһыллыҡты һаласаҡбыҙ, тип уйлайбыҙ.
-Әлбиттә, “Ылаҡ” уйыны Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙә ныҡ популяр, ул унда айырым спорт төрө булараҡ үҫешә, - Фидан Ниәтшин. - Беҙ ҙә улар тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында быйыл йәй башында Билал ауылына Ҡырғыҙстандан тренер саҡырып, унан бер ай дауамында дәрестәр алдыҡ. Уларҙан алған тәжрибәне һәм оҫталыҡты үҙебеҙҙә һынап ҡарайбыҙ, йәштәрҙе өйрәтәбеҙ. Сөнки йәш быуын ат спортын бала саҡтан белеп һәм яратып үҫергә тейеш. Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа халыҡтың ғына түгел, ә балаларҙың да атҡа, ат спортына һөйөүе арта бара. Шуныһы ҡыуандыра.
Һүрәттә: Баймаҡ командаһы спортсылары Вәлиулла Рәхмәтуллин, Фәнүр Ласынов һәм Юлай Игебаев ярыштар башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Азамат Мөхәмәтшин.