—Ни өсөн “Башҡорт аты”мы, сөнки ул райондың – төп бренды. Беҙҙең район республикала йылҡы малы буйынса беренсе урында тора, халҡы ла тап йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Район буйлап тәбиғәттең ниндәй урынына сыҡма, унда һин өйөр–өйөр йылҡыларҙы, ҡолондарҙың уйнаҡлауын күрергә мөмкин. Ситтән ҡарап торһаң, былар иҫ киткес күренеш. Ә инде тап башҡорт атын яҡлау, һаҡлау буйынса сараның беҙҙең районда үткәрелеүе, йыл һайын “Башҡорт аты” фестивален яҡтыртыу, унда әллә күпме иҫ киткес геройҙар менән осрашыу тап ошо теманы һайларға ярҙам итте лә инде. Ысынлап та, башҡа халыҡтар үҙҙәренең милли байрам, фестивалдәрен төрлө каналдарҙа күрһәтә икән, ни өсөн беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙә үткәрелгән сараны башҡа халыҡтарға ла күрһәтмәҫкә һәм таратмаҫҡа тейешбеҙ әле? “Башҡорт аты” фестивале хәҙер халыҡ–ара кимәлгә күтәрелде. Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәйҙең 45 төбәгенән 300–ҙән ашыу эш араһында 145 –е шорт-биткә эләгеп, төрлө биләмәләрҙең брендын булдырыуҙағы платформаға индерелә. Һәм улар араһында “Башҡорт аты” фильмы еңеү яулай, “Баймаҡҡа һөйөү менән” фильм да “Ер асыштары” платформаһында урын ала,–тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы.
Кәримә Усманова
Һүрәттә–Зөлфиә Сафина “Башҡорт аты” фильмы еңгән дипломы менән
Автор фотоһы.