АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
7 Август 2024, 10:50

Эшҡыуар Денис Өмөтбаев фестивалгә саҡыра!

Урал аръяғында йәшәгән ҡымыҙ эшләүсе Денис Өмөтбаев «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡыра.

Эшҡыуар Денис Өмөтбаев фестивалгә саҡыра!Эшҡыуар Денис Өмөтбаев фестивалгә саҡыра!
Эшҡыуар Денис Өмөтбаев фестивалгә саҡыра!



Сара 15 һәм 16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк. Бында традицион Ҡымыҙ фестивале ойоштороласаҡ, унда ҡымыҙ эшләүселәрҙең республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.

Байрам ҡунаҡтары төрлө етештереүселәрҙең файҙалы эсемлектәрен тәмләп ҡарауҙан тыш, бейә һауыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала.

Ә кемдәрҙелер ҡымыҙсылар эшләгән үҙенсәлекле этикеткалар битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Мәҫәлән, Башҡортостанда булған һәм шифалы эсемлек тураһында һоҡланып һөйләгән бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой, Антон Чехов һүрәттәре менән биҙәлгәндәре бар.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас