Ҡатнашыусылар өсөн бай белем биреү программаһы, берләшеү өсөн уйындар, билдәле артистарҙың сығыштары әҙерләнде. Белем биреү бүлектәренән һуң йәштәр уйындар, ижади оҫталыҡ дәрестәре аша башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын өйрәнде. Йылайыр ағинәйҙәре ҡыҙҙар-егеттәргә кейеҙ баҫыу серҙәрен, милли биҙәүестәр эшләргә, уҡтан атырға, сәк-сәк бешерергә өйрәтте, халҡыбыҙҙың төрлө йолалары менән таныштырҙы. Йомағужанан Рим Ҡолһарин егеттәргә сыбыртҡы үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Быларҙың барыһы ла этномайҙансыҡта ойошторолған.
Шулай уҡ ҡатнашыусылар “Росмолодежь.Гранты”, "Мәғариф", "Демография" милли проекттары сиктәрендә үткәрелгән конкурста үҙ проекттарына бер миллион һумға тиклем финанслау алыу мөмкинлегенә эйә булған. Бәхетлеләр исемлегенә эләккән йәштәр артабан үҙ проектын тормошҡа ашырасаҡ.
“Хозур тәбиғәтле Йылайыр районының йәш яҡташтар берлектәренең, Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙы һәм йәштәр ойошмалары етәкселәренең берләшеүе бик ҡыуаныслы”--ти Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров.
-Белем, мөмкинлек асырға, дуҫтар табырға килгән йәштәрҙе ҡаршы алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Үҙебеҙ ҙә уларға ҡарап илһамланабыҙ,--тине үҙ сығышында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.
Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ “Батырҙар уҙышы”нда ҡатнашты, быйыл төрлө ҡаршылыҡтарҙан торған ярышта 20 команда көс һынашты. Шулай уҡ "Мөмкинлек һәм мәғәнәләр” идея-мәғәнәүи дискуссияла Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашыуы ла сараға оло мәртәбә өҫтәне.
"Аҫылташ-2024" форумын Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының йәш яҡташтар берлеге, Йылайыр районы хакимиәте, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Форум Башҡортостан Республикаһының Башлығы гранттары фонды грантына тормошҡа ашырыла.
Йыйын аҙағында йәштәр бергәләшеп йәйге лагерь биләмәһе янына йәш ағас үҫентеләре ултыртты.
Кәримә Усманова.