Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Июнь , 11:45

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

Мосолман донъяһының оло байрамдарының береһе—Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйем. Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә, йәндәребеҙгә—тыныслыҡ, тәндәребеҙгә—һаулыҡ, күңелдәребеҙгә тәүфиҡ-һидәйәт биреп, был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға насип итһен.

Ҡорбан һүҙе ғәрәп теленән “яҡын булыу” тип тәржемә ителә, йәғни ҡор-бан салыуыбыҙҙың маҡсаты—Аллаһҡа яҡынайыу, Уның ризалығына ирешеү, тыныслыҡҡа, ҡәрҙәшлеккә, Аллаһтың ризалығына өлгәшеү. Ә Аллаһы Тәғәләгә ҡорбандың ите лә, ҡаны ла, тиреһе лә кәрәкмәй, ә Уға беҙҙең тәҡүәлегебеҙ, изге ниәтебеҙ кәрәк. Мосолман кешеһе ҡорбан салғанда рухи яҡтан таҙарына һәм мохтаждарҙы ит менән тәьмин итә.
Ҡорбан салыу ваҡыты ғәйет намаҙы уҡылғандан һуң башлана һәм өс көн (Зөлхизә айының 10, 11 һәм 12-се көндәре) дауам итә. Ғәйет намаҙына тиклем Ҡорбан сала башлау тыйыла.
Һеҙҙе 16 июнь (йәкшәмбе) иртәнге сәғәт 8-ҙә “Тәҡүә” мәсетендә үтәсәк Ҡорбан ғәйете намаҙында ҡатнашырға, шулай уҡ вәғәз-хөтбә тыңларға саҡырабыҙ.
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

 


Изге теләктәр менән—Сибай ҡалаһы “Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт.

Автор:
Читайте нас: