АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь , 10:25

ПРИЮТТА - БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ

Матрай ауылындағы социаль приют балаларына һабантуй ойошторолған.

ПРИЮТТА - БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ
ПРИЮТТА - БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо көн айҡанлы балалар менән күп кенә саралар үткәрелә.
Беҙ Йылайыр арйоны Матрай ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре өсөн "Балалар һабантуй"ы үткәрҙек. Балалар байрамды көтөп, шиғыр ,йыр, бейеүҙәр әҙерләне.
Һабантуй йәшеллеккә сумған матур ерҙә - йылға буйында үтте. Сараны асып Альбина Сәлимйән ҡыҙы балаларҙы тәбрикләне. Байрам балаларҙың шиғырҙары һәм йырҙары менән башланды. Артабан сәмле ярыштар, күнелле уйындар үткәрелде . Тоҡ менән йүгереү, арҡан тартышыу, биҙерәләр менән һыу ташыу, ат сабышы кеүек ярыштар балаларҙың күңеленә хуш килде. Һәр кем үҙенең оҫталығын, етеҙлеген, маһирлығын күрһәтергә тырышты. Уйын -көлкө , йыр бейеү менән аралашып барған ярыштар Айгизә Рим ҡыҙы тарафынан үткарелгән флешмоб һәм "Наза" бейеүе менән тамамланды. Тәрбиәселәр әзерләгән табында байрам тураһында тәьҫораттар менән бүлешеп тәмле сәй эсеп, ҡайтыу яғына юлландыҡ.


МӘНИРӘ АТАНБАЕВА, ТӘРБИӘСЕ. 

Автор:Резеда Валиева