АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь , 10:15

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Билал мәҙәниәт йорто янында китапханасы Райхана Булатова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәғилә Ғайсина, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина "Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!" исемле байрам үткәрҙе.

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!

--Байрам йыр-бейеү, күңелле уйындар менән аралашып барҙы. Байрамға килгән балалар батутта һикерҙе, шар атты. (Уларҙы Фәнзил Билалов үткәрҙе). Шулай уҡ "Һуҡма туп", "Йәшерем-йәшерем яулығым", "Кем алыҡ?", "Етеҙҙәр" һ.б милли уйындарҙа ҡатнашты. Һәр береһенә уйынсыҡтар, тәмлекәстәрҙән өлөш тейҙе. Ә байрам аҙағынан байрамға килгән 60! балаға туңдырмалар тараттыҡ. Уларҙың ҡыуанғандарын күрһәгеҙ! Балаларға бүләктәр, күстәнәстәр алыуҙа ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Бына улар: Фәнүзә Шаһибалова, Зөлфиә Байраҡаева, Әнисә Әминева, Айһылыу Йәнгилдина, Альбина Йәнгилдина, Илһөйәр Ғәбдрәшитова, Зөлфиә Мәхмүтова, Сәғилә Ғайсина, Гөлдәр Аблаева, Дилара Әхмәтова, Миңлегөл Аманова, Гөлгөнә Асҡарова, Ләйсән Таулыҡаева, Айгөл Ғайсина, Фәрхәнә Сирусина. Балаларҙы ҡыуандырған кеүек үҙегеҙ ҙә ҡыуанып, шатланып ғүмер итегеҙ!--ти китапханасы РАЙХАНА БУЛАТОВА.

Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, шат балалар тауышы тынмаһын!

Автор:Резеда Валиева