Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Апрель , 11:05

БӘХТИЙӘР ҺӘМ БАТЫРХАН ҠӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫ

Ваҡыт төшкә ауыуға ҡарай, моҡсайҙарын туп-тулы итеп тәмлекәстәр йыйып ҡайттылар, арығандар, хәлдәре бөткән, әммә йөҙҙәрендә шатлыҡ, ҡыуаныс һәм нур бөркөп тора ине.

БӘХТИЙӘР ҺӘМ БАТЫРХАН ҠӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫ
БӘХТИЙӘР ҺӘМ БАТЫРХАН ҠӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫ
Ураҙа байрамын беҙҙең Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылы балалары түҙемһеҙләнеп көтөп алды.
Улар араһында ағалы-ҡустылы Бәхтийәр менән Батырхан да бар ине. Егеттәр байрам алдынан иртәрәк йоҡларға ла яттылар, сөнки иртүк улар әйенселәргә ниәтләнеләр.
Таң атыу менән, әсәйҙәре һәүкәштәрҙе һауып инеүенә, Бәхтийәр менән Батырхан әйенселәргә әҙерҙәр ине. Эҫе ҡоймаҡтарҙы ҡаймаҡлап сәй эсеп алғас, улар сығып китте.
Ваҡыт төшкә ауыуға ҡарай, моҡсайҙарын туп-тулы итеп тәмлекәстәр йыйып ҡайттылар, арығандар, хәлдәре бөткән, әммә йөҙҙәрендә шатлыҡ, ҡыуаныс һәм нур бөркөп тора ине.
Кискә тиклем күтәренке кәйефтә йөрөнөләр, сөтөр-сөтөр көлөшөп йоҡлап та киттеләр.
Шул балаларға ҡарап, ҡыуанып, үҙемдең бала сағымды иҫкә төшөрөп ултырам.
Шуны әйткем килә: һәр нимәнең үҙ мәле, ваҡыты була һәм шул ҡыҫҡа ғына ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәргә кәрәк. Донъяларыбыҙ имен торһон, һуғыштар бөтһөн, һалдаттарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, балаларыбыҙ төндә тыныс йоҡлаһындар, Аллаһ бирһә!
 
ВИЛӘ БАЙСУРИНА.
 
Һүрәттә: Бәхтийәр менән Батырхан иптәш ҡыҙҙары менән.
Автор:Резеда Валиева