Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март , 10:35

Сәскәләр беҙҙә ҡунаҡта

Ҡалабыҙҙың "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында "Сәскәләр беҙҙә ҡунаҡта" исемле сағыу, матур сара ойошторолдо. Үҙҙәренә өс-дүрт кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, "Ҡояшҡай" төркөмө кескәйҙәре тәрбиәсе апайҙары менән берлектә бик сағыу, үҙенсәлекле кисә әҙерләгәндәр. Улар ҡәҙерле кешеләрен ҡотлап йырланылар, бейенеләр, хатта шиғырҙар ҙа һөйләнеләр.

Сәскәләр беҙҙә ҡунаҡта
Сәскәләр беҙҙә ҡунаҡта

Балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙының ҡотлау һүҙҙәре, тәрбиәселәребеҙ Солтанова Фәнзилә Әсҡәт ҡыҙы һәм Япанова Эльвира Фаяз ҡыҙының сараны күңелле, йөкмәткеле итеп алып барыуҙары, музыкант Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙының көй-моңдары--барса әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Бигерәк тә балаларҙың һәм дә әсәйҙәрҙең уйындарҙа әүҙем ҡатнашыуҙары ҡыҙыҡлы булды. Был күркәм сара барыбыҙға ла байрам кәйефе бүләк итте.

Ошо уңайҙан, барлыҡ ата-әсәйҙәр исеменән етәкселеккә, яратҡан тәрбиәселәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙы ла байрам менән ҡотлап, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, сабырлыҡтар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Беҙҙең балаларға һалынған көс-хеҙмәттәренең емешен күреп, кескәйҙәр киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ!


Айгөл Фәйзуллина.

 

Автор: