Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль , 15:35

23 февралгә бүләк

Юғары уҡыу йортон бөтөргәс, мәктәпкә эшкә юллама тотторҙолар. Институтта уҡығанда уҡ беҙгә:"Һеҙ ауыл мәктәптәре өсөн әҙерләнгән кадрҙар",- тип.Ҡайсаҡ өҫтәп тә ҡуялар ине.Һеҙҙе унда трактор, машина йөрөтөүсе кейәүҙәр көтә, тип. Бик һирәк осраҡта, ветврач йә, управляющий эләгер.

23 февралгә бүләк
23 февралгә бүләк

 

Кемгә нисектер, минең осраҡта тап шулай булды.

Мәктәпкә эшкә сыҡҡас та мине агитбригадаға саҡырҙылар.Ауылдарға барып концерттар ҡуйып йөрөнөк. Мине, йәшерәк тип, алып барыусы итеп ҡуйҙылар. Тәнзилә апай үҙе концертҡа махсус тектергән оҙон һары күлдәген биреп ҡуйҙы. "Шулай кәрәк, алып барыусы матур булырға тейеш. Күпме кеше һиңә генә ҡарап ултыра !"- тине, мин ул күлдәкте кеймәйем тип ҡарышҡас.

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә бағышлап ҡуйылған кисәлә әлеге лә баяғы иҫкә алған тракторист һәм шофер егеттәр ҙә бар. Уңайһыҙланам .Үҙ-ара минең турала һөйләшкән кеүек күрәм тегеләрҙе.

Концерттан һуң бер-ике аҙна үткәс, яныма мин танымаған егет танышырға килде. (Сер итеп кенә әйтәм, урларға тип килгәйнеләр, иптәш егеттәре менән, урлаттырманым).Теге концертҡа тиклем гел мине күреп йөрөгән икән.

Мин йәйәү мәктәпкә йөрөйөм, ә ул машинаһында эшкә килә. Ул мине күрә, ә мин уны - юҡ.

Декабрь, ғинуар, февраль осрашып йөрөнөк тә, март айында өйләнештек.

 Кешелә фатирҙа тора инем ул саҡ.

Фатир хужаларымдың үҙ балалары булмағас, мине балалары кеүек күрҙеләр. 23 февраль яҡынлашҡас, хужабикә инәй әйтә миңә :"Ҡыҙым ниндәй бүләк әҙерләйбеҙ егеттәргә?"-ти, үҙенең бабайын, минең егетте күҙ уңында тотоп. "Белмәйемсе, уйлағаным да юҡ,"-тейем.

"Улай булмай инде, байрамдары бит, әйҙә магазинға барып ҡайтайыҡ. Әтеү улар 8 Мартҡа бүләк биргәндә үҙебеҙгә уңайһыҙ булыр", - ти .

Ауыл магазины бик бай булмаһа ла, кәрәкле бүләк табылды. Икебеҙ ҙә

күн бейәләйҙәр алдыҡ.

Бейәләйҙәрҙе унан һуң да бүләк итергә тура килде: мамыҡтан да, йөндән дә бәйләп кейҙерҙем.

Олпатлана төшкәс, балалар үҫкәндә мамыҡтан еңһеҙ көртөйҙәр, заманына күрә модала булған түш кеҫәһе булған зәңгәр, алһыу, шаҡмаҡлы күлдәктәр ҙә булды бүләккә. Олоғайғас, күптән күҙем төшөп йөрөгән махровый халат алып бирҙем үҙенә. Яратып кейҙе лә һуң! Яратмай ни: һары-ҡыҙғылт көрән буйҙары араһына "рич мэн" тип инглиз хәрефтәре теҙелгән. Аңлатып бүләк иттем: бында "Бай кеше" тип яҙылған, тинем. Бик һаҡсыл кеше булды, юҡҡа- барға аҡса сығарманы.

Өҫтөнән һалмай кейҙе халатты.

Вәт, шундай ине бүләктәрем.

Ә һеҙ нәски лә нәски, тиһегеҙ!

Рауза.

Интернеттан.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Гульдар Кадаева