Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Октябрь 2023, 12:10

Байрам менән, дуҫтар!

Хөрмәтле сибайҙар һәм ҡалабыҙ ҡунаҡтары! Барығыҙҙы Башҡортостаныбыҙҙың төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым!

Байрам менән, дуҫтар!
Байрам менән, дуҫтар!

 

Был дата – республикабыҙҙың күп милләтле халҡының берҙәмлек символы. Байрам меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ, рухи һәм мәҙәни мираҫыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыусыларҙы, төбәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплы кешеләрҙе берләштерә.

Әле Башҡортостан ныҡлы үҫешә һәм илдә күп кенә йүнәлештәр буйынса алдынғы позициялар биләй. Уның сәскә атыуына беҙҙең ҡалала йәшәүселәр ҙә тос өлөш индерә. Һәр кем көндәлек тырыш һәм ныҡышмал хеҙмәте менән ҡалабыҙ, төбәгебеҙ именлеген нығыта.

Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергәләшеп үткәреп киләбеҙ. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, гуманитар ылау ебәрәбеҙ.

Изгелек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем! Барлыҡ өмөттәрегеҙ аҡланһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Байрам менән!

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Автор:Гульдар Кадаева