+1 °С
Болотло
Иртәгә, 27 июнь, Ғәрәфә көнө.
Мосолмандар инаныуынса, был көндә сауаптар ҙа, гонаһтар ҙа бик күпкә арттырып яҙыла.
Ғәрәфә көнөнән һуң Ҡорбан байрамы үткәрелә.
Был тауҙа тороп үткәргән көндөң тамамланыуына ( Исламда яңы көн ҡояш батып бөткән ваҡыттан башлана) хаж ҡылыусылар Мина үҙәненә йүнәлә. Ошо үҙәндән өс көн дауамында шайтандарға таш бәрергә йөрөйҙәр.
Ғәрәфә көнөндә тотолған ураҙа мөьмин-мосолманды Аллаһы тәғәләгә яҡынайта тип һанала. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм был хаҡта: "Был көндөң ураҙаһы үткән һәм киләһе йылдың гонаһтарынан таҙарта", - тип әйткән.