Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Июнь 2023, 17:55

МИН - ТӘБИҒӘТ БАЛАҺЫ

Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ Баймаҡ районы Буранбай ауылында буй еткергән. Лилиә Ишалина башҡаларға хас булмаған һирәк һөнәрҙе һайлаған. Ул—эколог.

МИН - ТӘБИҒӘТ БАЛАҺЫ
МИН - ТӘБИҒӘТ БАЛАҺЫ

Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ Баймаҡ районы Буранбай ауылында буй еткергән. Лилиә Ишалина башҡаларға хас булмаған һирәк һөнәрҙе һайлаған. Ул—эколог.
--Тәбиғәткә яҡын һөнөрҙе үҙ итеүем юҡҡа түгел,--ти Лилиә.—Тыуған ауылым хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ҡартатайымдың, ата-әсәйемдең һөйләүе буйынса, элек Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булған, ярында талдар күп үҫкән, урман да ҡуйылығы менән һоҡландырған. Йәй бесәнгә барған һайын атайым: “Ошонда күл була торғайны, ә бында ҡуйы ағаслыҡ ине”,--тип әсенеп һөйләһә, мин уйға ҡала инем: ҡайҙа булған һуң? Ниңә һаҡламағандар? Шулай бәләкәйҙән тәбиғәткә тартылып, уның матурлығына һоҡланып, ҡайһы саҡта борсолоп үҫтем һәм икеләнмәй генә эколог булырға ҡарар иттем. Мәктәптә география уҡытыусыһы Мостафа Ибраһим улы Ҡотдосовтың да тәьҫире көслө булды. Уның дәрестәре бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ине. Үҙ фәнен яҡшы белеүе, беҙҙән шуны талап итеүе маҡтауға ғына лайыҡ.
Ысынлап та, мәктәптә география дәресен оҡшатҡан, тәбиғәтте яратҡан Лилиә күп уйлап тормай Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға бара. Эколог һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙ студент сағынан Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығында эш башлай. Бында йыйған тәжрибәһе уға ныҡ ҡына ярҙам итә. Әле ул Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан “ГИПРОМЕЗ” металлургия заводында әйҙәүсе инженер-эколог булып эшләй.
--Төп бурысым--металлургия заводтары, биналар, күп ҡатлы йорттар төҙөлөр алдынан шул ерлектеге шишмә-йылғаларҙы тикшереү, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлек-ҡоштарҙы өйрәнеү. Төҙөлөш уларҙың йәшәйешенә зыян килтермәҫкә тейеш. Һөнәремдең тәбиғәт менән тығыҙ бәйле булғанына ҡыуанам. Төҙөлөш проектын тикшергән-өйрәнгән ваҡытта ағастарҙы күҙәтеп, ҡоштар һайрағанын тыңлап күңелемә йыуаныс алам. Эшем буйынса Силәбе өлкәһендә генә түгел, Рәсәй буйлап йөрөргә тура килә. Сәйәхәт итергә лә яратам. Сит илдәрҙә лә күп булдым. Әммә тулы ышаныс менән әйтәм: тыуған яҡтарға бер ни етмәй! Башҡортостаным, тыуған ауылым—Буранбайым иң гүзәле! Беҙ уның һәр бер тауын, һәр бер ташын, йылға-күлен, урманын һаҡларға һәм матур килеш киләһе быуынға еткерергә бурыслы,--ти Лилиә Зөбәйер ҡыҙы.

Автор:Резеда Валиева