Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Июнь 2023, 10:40

Йәш Рәсәй граждандары

Сибай ҡалаһында Рәсәй көнөнә арналған бик күп саралар ойошторолдо. Шулар араһында иң сағыуы һәм иҫтәлеклеһе—14 йәше яңы тулған йәш граждандарға Рәсәй паспорты тапшырыу булды. -Шәхесте раҫлаусы һәм Рәсәй Федерацияһының төп законы—Рәсәй Конститутцияһы дәүләт документына эйә булыуығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Илебеҙҙең ысын патриоттары булығыҙ, тыуған еребеҙ, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай шәхестәр булып үҫегеҙ!—тине Сибай ҡала хакимиәтенең ҡала Советы секретаре Эльза Мансурова, 14 йәштәре тулған ҡыҙҙар-малайҙарҙы тәбрикләп.

Йәш Рәсәй граждандары
Йәш Рәсәй граждандары

Байрам саралары спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар төрлө ярыштарҙа көстәрен һанап ҡараусыларҙы ихлас күҙәткән мәлдә Эльза Рафаэль ҡыҙы менән әңгәмәләшеү форматы тейҙе. Ул яңылыҡтары менән дә уртаҡлашты:

-Сибай—минең тыуған ҡалам һәм минең яҙмышым. Ошонда тыуҙым, белем алдым һәм эшләйем. Уның барлыҡ проблемалары миңә яҡын, ни тиһәң дә ҡала округында урындағы үҙидаралыҡтың заманса системаһы башланғысында торҙом. 2003 йылдың 6 октябрендә “Урындағы үҙидаралыҡ ойошмаһының дөйөм принциптары тураһында” Федераль закон ҡабул ителгәндән һуң урындағы үҙиралыҡтың яңы үҫеш этабы башланды. Был үҙ нәүбәтендә урындағы кимәлдә закондар сығарыуҙы яңыртты. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү процесын рәткә һалыу, муниципаль хоҡуҡи акттарҙы системалаштырыу маҡсатында, ҡала округының Уставын ҡабул итеүгә әҙерлек буйынса эш алып барҙым. Ҡала округының символикаһын, гербы һәм флагын булдырыу буйынса эшмәкәрлектә ҡатнаштым.

20 йыл элек ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһен асыуҙа ҡатнаштым. Ошо йылдар эсендә партия үҙ эшенең күләмлелеген күрһәтте һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын раҫланы.

Партияның “Аныҡ эштәр”, “Бәләкәй тыуған ер мәҙәниәте”, “Ҡала мөхите” проекттарына ярашлы ҡаланың социаль объекттарының, йәмәғәт биләмәләренең киҫкен торған мәсьәләләре хәл ителде. Был өлкәлә бай тәжрибәм бар, тип әйтә алам.

Махсус хәрби операция кешеләрҙе икенсе яҡтан асты. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалалаштар, депутаттар, эшҡыуарҙар алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға туҡтамай ярҙам итә.

Әүҙем йәмәғәтселәр, депутаттар менән бергәләшеп йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә тос өлөш индерәбеҙ.

Бер нисә йыл элек ҡалала Депутаттар скверы булдырҙыҡ, унда йыл һайын өҫтәп ағастар ултыртабыҙ.

Бөгөн беҙ киләсәгебеҙ хаҡына көслө һәм дөрөҫ ҡарарҙар талап иткән үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Уларҙың һөҙөмтәһе өсөн үҙеңә яуаплылыҡ алыу—үҙе ҙур көс. Минеңсә, һәр лидер, ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, ошондай ҡарар ҡабул итергә һәм эшенең һөҙөмтәһе өсөн яуап бирә белергә тейеш.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: