Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Июнь 2023, 16:45

Матбуғат хеҙмәткәрҙәре халыҡ өсөн тырыша

1917 йылдың 14 июнендә беренсе башҡорт баҫмаһы донъя күрә. Ошо көндән башҡорт матбуғаты тарихының яңы этабы башлана. 

Матбуғат хеҙмәткәрҙәре халыҡ өсөн тырыша
Матбуғат хеҙмәткәрҙәре халыҡ өсөн тырыша

 

Бөгөн беҙ мәғлүмәт өҫкә яуып торған осорҙа йәшәйбеҙ. Гәзит-журналдар, телевидение һәм радио, интернет аша ниндәй генә яңылыҡ ишетмәйбеҙ. Ваҡытлы матбуғат саралары журналистарының төп эше – ышаныслы һәм дөрөҫ мәғлүмәтте генә халыҡҡа еткерә. Ҡалабыҙҙа әлеге ваҡытта «Сибайский рабочий» һәм «Атайсал» төбәк гәзите сыға һәм тарала. Улар халыҡтың ышанысын күптән яулаған.

 

Сибай мәғлүмәт үҙәгендә Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәренән тыш, бик күп полигарфия продукцияһы ла баҫыла. Типография хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта үҙ эштәренең оҫталары булып танылған. Баҫма продукция төрлөлөгө һәм сифатлы булыуы менән алдыра.

Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Булат Абдрафиҡов баҫма продукция баҫылыу цехтары буйлап алып йөрөнө һәм эш барыштары менән таныштырҙы. Һәр бүлектә эш ҡайнай, айырыуса китап сығарырға теләүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Редакцияларҙың подписка һәм реклама бүлегенең дә ишеге ябылмай, ни тиһәң дә гәзиттәргә арзан хаҡҡа яҙылыуға 10 көнлөк иғлан ителгән. Байрам уңайынан да ҡотларға теләүселәр күпләп инә.

Автор:Гульдар Кадаева