Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Июнь 2023, 12:10

Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп

Сибай ҡала Советы депутаты Роман Зәйдуллин етәкселегендә ирекмәндәр «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағандағы яңғыҙ йәшәгән ололарға, «Һуғыш осоро балалары», «Тыл хеҙмәтсәндәре» категорияһына ҡараған физик сәләмәтлектәре сикле кешеләргә ярҙам күрһәтте.Төп бағыусы – «Продуктовушка» магазиндары селтәре 17 кешегә аҙыҡ-түлек: ҡарабойҙай ярмаһы, макарон изделиелары, печенье, сәй, көнбағыш майы, шырпы һәм картуф әҙерләп биргән. Байрам көндө изгелек ҡылыусылар «Тиҫтер» клубының автоирекмәндәре ярҙамында йыйылмаларҙы тигеҙ бүлеп, тәғәйен адрестарға йөрөп тапшырҙы.

Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп
Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп

Рәсәй көнөндә Сибай ҡалаһында бик күп саралар үтте. Иң үҙенсәлекле сараларҙың береһен «Мин ирекмән» ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәре ойошторҙо. Улар ҡала Советы депутаты Роман Зәйдуллин етәкселегендә «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағандағы яңғыҙ йәшәгән ололарға, «Һуғыш осоро балалары», «Тыл хеҙмәтсәндәре» категорияһына ҡараған физик сәләмәтлектәре сикле кешеләргә ярҙам күрһәтте.
Төп бағыусы – «Продуктовушка» магазиндары селтәре 17 кешегә аҙыҡ-түлек: ҡарабойҙай ярмаһы, макарон изделиелары, печенье, сәй, көнбағыш майы, шырпы һәм картуф әҙерләп биргән. Байрам көндө изгелек ҡылыусылар «Тиҫтер» клубының автоирекмәндәре ярҙамында йыйылмаларҙы тигеҙ бүлеп, тәғәйен адрестарға йөрөп тапшырҙы.

Күстәнәс таратыусыларҙы оло йәштәгеләр ҡыуанып ҡаршы алды, ҙур рәхмәттәр әйтеп, ихлас оҙатып ҡалды. Күптәрҙең күңелдәре тулып, күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Ирекмәндәргә, депутатҡа, бағыусыларға ҡылған изгелектәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Донъялар тыныс, имен булһын, һаулыҡ-сәләмәтлек һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын!

Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп
Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп
Автор:Гульдар Кадаева