АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Июнь 2023, 12:40

Балалар--донъябыҙ йәме

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылында балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара ойошторолдо.

Балалар--донъябыҙ йәме
Балалар--донъябыҙ йәме


-Шат көлөүҙәрҙән, балалар тауышына урам яңғырап торҙо, ауылға йәм бирҙе, ҡот өҫтәне. Ауыл клубы янында улар өсөн төрлө хәрәкәтле музыкаль, шаян уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ урам асфальтына матур һүрәттәр ҙә төшөрөп алдыҡ, оҫталыҡтарҙы күрһәттек. Тиктормаҫ, дәртле балалар менән йүгерешеп "Өсөнсө артыҡ" уйынын да яратып уйнаныҡ. Һау-сәләмәт, бәхетле булһын балаларыбыҙ!» - тип яҙа социаль селтәрҙә вәзәмдәр.

Автор:Гульдар Кадаева