Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Май 2023, 22:00

"КӘКҮК СӘЙЕ"НӘ БАРҘЫҠ

"Кәкүк сәйе"нә сыҡтыҡ. Балаларға боронғо үҙебеҙҙең бала саҡта уйнаған уйындарыбыҙҙы өйрәтеп, еңеүселәргә бүләктәр тараттыҡ, яҙғы йолалар, йолаларыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

"КӘКҮК СӘЙЕ"НӘ БАРҘЫҠ
"КӘКҮК СӘЙЕ"НӘ БАРҘЫҠ

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре бөгөн йәмле Һаҡмар буйында балалар менән бергә иң боронғо милли йолаларыбыҙҙың береһе - ,,Кәкүк сәйе"н атҡарҙыҡ .
"Кәкүк сәйе" май айында , тәбиғәттең иң матур мәлендә үткәрелә.
Балаларға боронғо үҙебеҙҙең бала саҡта уйнаған уйындарыбыҙҙы өйрәтеп, еңеүселәргә бүләктәр тараттыҡ, яҙғы йолалар, йолаларыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында самауырҙар ҡайнатып, тел йоторлоҡ тәмле бутҡа бешереп, кәкүктең моңло тауышын тыңлай - тыңлай, кәкүк сәйен эстек. Балаларға ололар менән аралашыу оҡшаны , хәтерҙәрендә күңелле байрам булып һаҡланыр ...
Ата-бабаларыбыҙҙың йола, ғөрөф - ғәҙәттәрен аманат итеп ҡабул итеп , милләтебеҙ менән ғорурланып үҫһендәр.


Ишһылыу Рәжәпова, Сыңғыҙ ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: