Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Май 2023, 11:30

ИХ, ТӘМЛЕ ШУЛ СӘЙҘӘРЕ...

Әйҙә, әйҙә, түрҙән уҙ!Сынаяғың тағын һуҙ.Сәйең тәмле булһын, тиһәңӨҫтәп ебәр бары ҡуҙ...   Бөгөн - Халыҡ-ара сәй көнө икән! Башҡорт сәй эсергә ярата инде ул... Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

ИХ, ТӘМЛЕ ШУЛ СӘЙҘӘРЕ...
ИХ, ТӘМЛЕ ШУЛ СӘЙҘӘРЕ...

Айырыуса самауыр сәйен яратабыҙ, эйеме? Насип Һаҡмаровтың шиғырын уҡып алайыҡ әле. Әйткәндәй, был шиғырға йыр ҙа бар.


Эй ҡыуана еҙ самауыр
Өҫтәлгә саҡырғанға .
Онотолған йырын йырлай
Туғандар , яҡындарға .

Ҡулын бөйөргә таянып ,
Ҡырын һалып түбәсәй .
Үҙ баһаһын белеп кенә
Яһап бирә ҡайнар сәй .

Көмөш батмуслы самауыр
Килешә һәр өҫтәлгә .
Йылы хистәргә сорнай ҙа ,
Мансый матур төҫтәргә .

Ҡушымта :

Әйҙә , әйҙә , түрҙән уҙ !
Сынаяғың тағын һуҙ .
Сәйең тәмле булһын , тиһәң
Өҫтәп ебәр бары ҡуҙ .

Н. Һаҡмаров .

Автор:Резеда Валиева