Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Май 2023, 16:40

ҒОРУРЛАНАБЫҘ!

Редакциябыҙ почтаһына ата-олаталары менән ғорурланып яҙған хаттар бик йыш килә. 2 йәшлек Эвелина Әлмөхәмәтова ла ҡарт ҡартатаһы менән ғорурлана, фотоһына ҡарап-ҡарап ала...

ҒОРУРЛАНАБЫҘ!
ҒОРУРЛАНАБЫҘ!

Был хаҡта ТАҢҺЫЛЫУ ӘЛМӨХӘМӘТОВА хәбәр итә:

--Минҽң ҡарт олатайым,Хәлитов Зәки Ғималетдин улы,1914 йылда Байым ауылында тыуған. 1942 йыл һуғышҡа алына. Бүздәк районында хәрби әҙерлек үтеп, ошо уҡ йылдың 1 майында һуғышҡа инәләр. Смоленский ҡалаһы өсөн барған һуғышта яралана. 4 ай госпиталдә дауаланғас, кире үҙ часына китә. 1944 йылда Белоруссияны азат итеү һуғышында ҡатнаша. 44-45 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәт итә. 1945 йыл Германияның 12 ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көндәрен Берлинда ҡаршылай. Уны "За отвагу" миҙалы менән бүләкләйҙәр, 2 тапҡыр рәхмәт ҡағыҙы бирәләр. Һуғыштан һуң колхозда бригадир, иҫәпсе, звеновой булып та эшләй. Пенсияға сыҡһа ла буш ултырмай, ҡырҙағы игенселәргә аш ташый. 1993 йыл Байым ауылында мәсет һалдырыуҙа һәм астырыуҙа күп көс һала. 1995 йылдың 30 сентябрендә мәрхүм була.

Автор:Резеда Валиева