Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Май 2023, 14:20

ВЕТЕРАН ЙОРТО ЯНЫНДА...

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан «шайморатовсылар» - Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының 6Б класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапованың йорто эргәһендә тантаналы марш менән үтте

ВЕТЕРАН ЙОРТО ЯНЫНДА...
ВЕТЕРАН ЙОРТО ЯНЫНДА...

"Һуғыш йылдарында һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы илһөйәрлек, Ватанға һөйөү тәрбиәләүҙең бөткөһөҙ сығанағы булды һәм булып ҡала.

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан «шайморатовсылар» - Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының 6Б класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапованың йорто эргәһендә тантаналы марш менән үтте.

Йыйылғандар өсөн халыҡ ижады үҙәге артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ хөрмәтле Валентина Георгиевна!
Һеҙ азатлыҡты яҡланығыҙ, тыуған ереҙә тыныс йәшәргә һәм эшләргә мөмкинлек бирҙегеҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм изгелек һеҙгә!" -- тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева