АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Апрель 2023, 11:10

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Уҙған йома мосолман донъяһы иң ҙур байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйетен билдәләне. Ҡаланың барлыҡ мәсеттәрендә лә байрам намаҙҙары ойошторолдо. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Ураҙа ғәйете уңайынан “Тәҡүә” мәсетендә сәләмләне.

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Изге Ҡөрьән төшөрөлгән матур ай, һәр көнө үҙе бер байрам булған Рамаҙан Ураҙа ғәйете менән тамамланды. Ураҙа ғәйете – әһәмиәте менән Ҡорбан байрамынан ҡала икенсе урында торған оло көн.Тантана рамаҙан айындағы 30 көнлөк тыйылып тороуҙың тамамланыуын аңлата. Сибайҙар ураҙа ғәйетен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, иман йорттарына ашыҡты.

Ураҙаның тамамланыуын бөтә мосолмандар ҙа бер төрлө билдәләй: улар фитыр саҙаҡаһын бирә һәм байрам намаҙын ҡыла. Исламдың үҙенсәлеге буйынса, фитыр саҙаҡаһы үҙенең эсенә матди байлыҡты ғына түгел, рухи ҡиммәттәрҙе лә һыйҙырған. Ул мохтаждарға һәм мал-тыуары булмағандарға ураҙа ғәйетен үткәреү өсөн аҡсалата, аҙыҡ-түлек йәки ризыҡ менән саҙаҡа таратыуҙан башлана. Пәйғәмбәребеҙ васыят итеп әйткәнсә, был хәйер-саҙаҡаһыҙ Аллаһы Тәғәлә ураҙаны ҡабул итмәй.

Ураҙа ғәйете алдынан һәр мосолман йортон ғына түгел, эргә тирәһен тәртипкә килтерә, таҙарта, йыуа, йыша. Шулай уҡ үҙе лә ғөсөл ҡойона. Байрам көндәре – улар сама белмәй ашау-эсеү, күңел асыу менән йәнде яфалау мәле түгел, улар үҙ-ара аралашыу, осрашыу, сәләм бирешеү, араларҙа мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртып ҡалыу өсөн бер сәбәп тә булды. Бер-береһенән ғәфү үтенергә лә онотманы ҡәрҙәштәр, мосолмандарҙың үҙ-ара татыу йәшәүе үҙе оло ҡыуаныс.

Байрамды матур ҡаршыланыҡ, матур итеп оҙаттыҡ. Әммә һәр кем шуны иҫенән сығармаһын ине – кешеләргә изгелек эшләү, хәйер биреү, таҙа һәм матур кейенеп йөрөү, йылмайыу өсөн байрам көндәре генә кәрәкмәй. Донъялыҡтағы бөтә көндәрҙе лә үҙебеҙ үк нурға күмәйек.

Автор:Гульдар Кадаева