Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Апрель 2023, 08:42

Әйенселәү. (Мөхәррир һүҙе.)

        Бөгөнгө изге көндә әйенселәмәйем. Сәстәренә сал ингән кешенең өй беренсә йөрөүен күптәр аңламаҫ, ҡабул да итмәҫ. Һәр ҡылмыштың, һәр үтәлмештең үҙ мәле. Әйенселәү генә түгел, зарураттан, бик кәрәктән шаҡыған хәлдә лә, аныҡ беләм, ишектәрен асмаҫтар, һәр кем өйөнә бикләнгән, ҡусҡарҙай эсенә йомолған бөгөн. Йәнә, теге саҡ шул тиклем күп күстәнәстәр йыйып ташлағанмын, ғүмеремә етмәле, хатта артып та ҡалмалы.

Әйенселәү. (Мөхәррир һүҙе.)
Әйенселәү. (Мөхәррир һүҙе.)

  Йәшерен-батырын түгел, дин ҡыйырһытылған, мәсеттәр клуб хеҙмәтен үтәгән осорҙа көн иттек, ғәйеплебеҙ, гөнаһлыбыҙ, аңһыҙлығыбыҙға, аҡылһыҙлығыбыҙға, ғәмһеҙлегебеҙгә барып шул клубтарҙың сәхнәһенән кино-концерттар ҡарап, кис һайын тамашасылар залындағы ултырғыстарҙы бер яҡ ситкә өйөп шунда туҙан туҙҙырып бейеп, күңел асып үҫтек. Күтәрмәлә иләмһеҙ хәбәр һөйләп тәмәке борхотоусылар, изге йорттоң иҙәненә төкөрөүселәр ҙә булманы түгел, булды. Ни тиһәң дә партияның Алла ла, мулла ла, хөкөмдар ҙа заманы ине шул. Үткәнебе-ҙгә ҡара яғып яманлауҙан әйтмәйем, нисек бар шулай яҙам, сөнки беҙҙең һәммәбеҙ ана шул бер-бер артлы октябрят, пионер, комсомол, партия баҫҡыстарынан үтеп тәрбиәләнгән, уҡып әҙәм булған кешеләр. Иман менән иблес, яҡшы менән яман гелән йәнәш торған һымаҡ уҡ түшкә ҡаҙалған миҙал да ике яҡлы була, быныһы инде бәхәсһеҙ. Партия ағзалары ла бата уҡытып улын өйләндерҙе, ҡыҙын кейәүгә бирҙе, аят бағышлатыуҙы, йортҡа аҙан ҡысҡыртыуҙы, исем ататыуҙы ла йола шарттарын үтәп, урын-еренә еткереп мәсетһеҙ муллалар атҡарҙы, мир күҙенән ҡасырып, йәшереп, әлбиттә. Шуны өҫтәп әйтмәксемен, ана шул динһеҙ көн иткән саҡта ла, күңелебеҙ дингә, иманға тартылды, һәр үтәр шөғөлдө лә ҡысҡырып ишеттереп түгел, эстән генә “бисмилла”ны әйтеп башҡарҙыҡ, бирелгәнде, һонолғанды Тәңре бүләгеләй күреп, шөкөр итеп, ҡабул итә белдек. Йәнебеҙгә һеңешкән, тормошобоҙҙоң төп өлөшөн тәшкил иткән динебеҙ, йүнәлеш бирҙе беҙгә, йәшәүебеҙгә мәғәнә, эске нур, йәм өҫтәне.  Гел шуны раҫлай киләм: беҙҙең халыҡ элек эсмәгән дә, тәмәке лә тартмаған, биш намаҙын да ҡалдырмаған.

   Ураҙа байрамының балаларға ҡағылышлы күркәм өлөшөн төрлө ерҙә төрлөсә атайҙар: әйсәләү, тиҙәр, ҡайҙалыр әйенсәләү, тип тә ебәрәләр ә беҙ әйенселәй торғайныҡ. Эйе, балаларҙы ауыл халҡы ашатты, туйындырҙы, кейендерҙе, тәрбиәләне, тормош тәжрибәһенә, ҡара эшкә өйрәтте, аҡылға ултыртты, һабаҡ бирҙе, шуғалыр ҙа беҙ бәғзеләр менән сағыштырғанда, саҡ ҡына тәрбиәлерәк, саҡ ҡына аҡыллыраҡ, саҡ ҡына белемлерәк, саҡ ҡына кешелеклерәк, саҡ ҡына эшлеклерәк, саҡ ҡына бөтмөрөрәк, саҡ ҡына әҙәплерәк, саҡ ҡына миһырбанлыраҡ, саҡ ҡына иманлыраҡ булып үҫтек шикелле. Ана шул мин теҙгән матур сифаттарҙы тик бер һүҙ менән генә берләштереп әйтергә мөмкин - ауыл балаһы!

    Эт өйөрө бала-саға йыйылышып алабыҙ ҙа урам тултырып, ауылдың арғы осонан төш-өп, бирге яғына саҡлы өй беренсәләп сығып китәбеҙ, май, аш еҫе сыҡҡан һәр ҡапҡаға боролабыҙ.

     Әйенселәүселәрҙең араһында иң әрһеҙе, иң нәпсеһе, иң телгә бөткәне, иң эт ҡайышы мин инем шикелле. Күп йылдар элек ҡылған ҡылығыма үҙем хәҙер шундай-ыраҡ тәнҡитле, битәрле баһа биреп ултырам.

       Шулай итеп сираттағы йортҡа боролабыҙ. Юлдаштарым бирелгәнде рәхмәт әйтеп әҙәпле генә ҡабул итәләр ҙә ситкәрәк барып баҫалар, шунан алым, билдәле, миңә килеп терәлә.

     Әпәр иткәндәй итеп ҡулдарымды алға һоноп ебәреп хәбәрҙе былайыраҡ башлайым: “Минән тыш өйҙә ике апайым, әсәйем, өләсәйем, күршебеҙҙә Мөхипъямал, Сәғилә, Йыһан, Вазифа, Фәтхиә, Рабиға, Файза инәйҙәр бар. Ошо изге көндә уларҙы ла буш итмәй, ҡулдарын ҡоро ҡалдырмай ҡыуандырырһығыҙ бит?!” Башҡаларға ҡарағанда миңә иң күп эләккәне, тыңҡыслап тултырылған ике моҡсайҙы тиҙ генә өйгә алып ҡайтып бушатам да төркөмгә яңынан барып ҡушылам. Әгәр табынға әйҙүкләп, уртаһына һары май төшөрөлгән тары бутҡаһы менән һыйлай ҡалһалар бөтәһе өсөн бер юлы тығынғас көп ҡорһағым тыңрайып һыртыма сығып китә. Өйҙә башым күренһә әсәйем:“Талымһыҙланма шул ҡәҙәре, етер инде, сама бел!” тип киҫәтһә тапҡыр яуабым һәр саҡ әҙер: “Иң күп күстәнәс-тәргә лә иң күп теләктәрҙе эсемдән генә мин теләйемдер әле, шулай булғас минең яҡтан да сығым етерлек! Бына Әбдрәхим ҡарт олоғайһа, мулла ла булып кителер, бәлки, шул саҡта былайтып урам ҡыҙырып мәшәҡәтләнмәҫмен, саҙаҡа-хәйерҙе тура өйөмә генә килтереп бирерҙәр!” “Һин тел биҫтәһен еңеү ҡайҙа, әйҙә, ары теләнселә, тик бер генә шарт - күстәнәстәреңдең бер өлөшөн күршеләргә алып сығып таратам, улар өсөн дә әйенселә-үең һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора!” Әсәйем ризалашҡандай итеп, сәфәремдән дүндерә алмаҫын белгәнгә ҡул ғына һелтәй.

        Мәктәп директорының өйөнә яҡынлағайныҡ. Үтә лә етди, бик талапсан, уҫал кеше ул, беҙҙе тарих фәненән уҡыта. Дәрескә инһә класта себен осҡан тауыш ҡына ишетелеп тора. Тулҡынланыуҙан дәрес аҙағына саҡлы шытырҙатып йомған усым, яҙылмаҫлыҡ кимәлдә ҡыҫҡан сатым тирләп китә хатта. Минән бер класс юғары уҡы-ған Мөҙәрис: “ Ней, малайҙар, ҡыҙҙар, ҡуй, дауай мында инеп мәшәҡәтләнмәйек, юғиһә иртәгәге көн мәктәп лине-йкаһында беҙгә ныҡ ҡына эләгәсәк, директорыбыҙ бер юлы парторг та бит әле”, тип киҫәтеүҙе, кире һүреүҙе кәрәк тапты. “Ә мин инәм, ул кемдән артыҡ та кемдән кәм?!” Шәп кешеләй шулай тип ҡырт киҫтем, бат-ырлығымды, ҡыйыулығымды башҡалар алдында ошо ерҙә күрһәтмәһәм тағы ҡайҙа иҫбатлайым тағы?! Тәүәккәл ҡыланып туйтаңлап, тыш та быш килеп бейек тупһа-нан күтәрелдем дә бикле ишекте шаҡыным:

             - Әссәләмәғәләйкүм, кем, мосолмандар! Өйөгөҙ тирәһендә бешергән-төшөргән еҫ тойолмайсы! Был көндә өй эсенән май эҫе, ризыҡ тәме сығарыу фарыз!

      Ишек ауыҙына сыҡҡан Рауил ағай, әллә был әрһеҙ, әҙәбен юғалтҡан бала күрәғара күҙ-емә яңылыш салындымы, тигәндәй күҙлеген баш бармаҡтары менән ыуып таҙартып кейеп миңә ғәжәпләнеберәк баҡты:

             - Бына һиңә, мә, һинме был, әллә енме, тигәндәй, һаумыһығыҙ! Май еҫен юллап, темеҫкенеп йөрөгән мулла-монтағай ҡайһы тарафтарҙан килгән икән, алыҫ араларҙан тү-гелдер ҙә?!

             - Ҡайҙан булһын, әүәлге ике мәсетле Һабыр ауылының үҙенән, указлы Әбдрәхим мулланың күршеһе булам.

            - Ауырлыҡ менән булһа ла, ниһайәт шәхесеңде асыҡланыҡ, таныныҡ, юғиһә апты-ранып китеп сырамыта алмай торам бит әле! Ни йомош юллап ил ҡыҙыраһың, дәрүиш?

            - Ни йомош менән тип, бөгөн бит изге көн, ураҙа байрамы!

            - Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тиҙәрме әле, уныһы ла беҙгә мәғлүм, тик һин яңылыш, алйорош боролғанһың, минең кемлекте аныҡ беләһең!

            - Алла алдында бөтә кешеләр ҙә бер тигеҙ инде ул! Мин һеҙгә бөгөнгө бөйөк көндә изге теләктәр алып килдем бит әле!

             - Теләктәр, тинең инде? - Ҡабатлап һораны парторг, шунан үҙ алдына һөйләнгәндәй өҫтәп ҡуйҙы - Вообще-то, да, матур ниәт, ыңғай уй менән йөрөп ята-һың! – Һабаҡ, аҡыл алғандай итеп һуҙҙы һәм беҙҙең әңгәмәне берәйһе ишетмәйме икән, тигәндәй шикле итеп тирә-яғына ҡарана һалды. - Әйенселәйһең, значит?! – Ишекте асып эс яҡҡа ҡарап өндәште. – Менәүәрә, сығар әле берәй тәм-том! Тағы, хәҙер үк өй эсенә май еҫен йүгерт, ишеттеңме?! Мынау ауыл ҡыҙырған мосафир шулай тип кәңәш итә лә баһа, үтәмәй шыпа ла хәлебеҙ юҡ! - Усыма кәнфит, перәник һалды.

     Мин инде үҙ сиратымда әҙәп һаҡлап өй эсендәгеләр, күршеләрем өсөн бүләк, килем һорап аҙапланманым. Иң мөһиме – директорҙың үҙенән саҙаҡа алд-ым, шуныһы ла баш-

тан ашҡан.

       Китергә йыйынғайным Рауил ағайҙың тауышы туҡтатты:

             - Беҙгә боролғанлығың хаҡында бер кемгә лә әйтмә, һөйләмә йәме, минең күстәнәс биргәнемде лә... Иртәгә тейеш булған өсөн генә бөгөнгө әйенселәү-селәрҙе алға сығарып ҡыҙҙырып алған булырмын, ә һине тыныслыҡта ҡалдырырмын. Килештекме?

      Риза икәнлегемде белгертеп биттәремде һыпырҙым.

    Бөгөнгө изге көндә әйенселәмәйем. Сәстәренә сал ингән кешенең өй беренсә йөрөүен күптәр аңламаҫ, ҡабул да итмәҫ. Һәр ҡылмыштың, һәр үтәлмештең үҙ мәле. Әйенселәү генә түгел, зарураттан, бик кәрәктән шаҡыған хәлдә лә, аныҡ беләм, ишектәрен асмаҫтар, һәр кем өйөнә бикләнгән, ҡусҡарҙай эсенә йомолған бөгөн. Йәнә, теге саҡ шул тиклем күп күстәнәстәр йыйып ташлағанмын, ғүмеремә етмәле, хатта артып та ҡалмалы.

     Бөгөн миңә күстәнәстәр йыяһы урынға шул йыйылғандарҙы мәлендә өләшергә, ҡайта-рырға кәрәк: аҙыҡлата, тәм-том таратып, матур һүҙ әйтеп, иманлы, файҙалы эш башҡарып, изге ғәмәл ҡылып!

 

 

Автор:Хайдар Тапаков