АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Апрель 2023, 15:00

ӘЙЛӘНӘ ОРСОҠ, ӘЙЛӘНӘ...

Сараның төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, киләсәк быуынға һаҡлау һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ традицияларының күркәмлеген ошо байрам эштәрендә күрһәтеү, хеҙмәткә һәм боронғо кис ултырыуҙарҙа эшләнгән ҡул эштәренә ҡызыҡһыныу тәрбиәләү.

ӘЙЛӘНӘ ОРСОҠ, ӘЙЛӘНӘ...
ӘЙЛӘНӘ ОРСОҠ, ӘЙЛӘНӘ...

“ТИҪТЕР” тиҫтерҙәр клубы методисы Зилә Сәлимйән ҡыҙы Алтын ҡасабаһында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап “Көмөш ирекмәндәр” төркөмөн ойоштороп, улар менән ҡала һәм республикала уҙғарылған сараларҙа ҡатнашып, “Әйләнә орсоҡ, әйләнә” исемле фольклор байрамын биш йыл элек Сибай ҡалаһы күләмендә үткәреп, сирҡаныс алған ине.
Сараның төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, киләсәк быуынға һаҡлау һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ традицияларының күркәмлеген ошо байрам эштәрендә күрһәтеү, хеҙмәткә һәм боронғо кис ултырыуҙарҙа эшләнгән ҡул эштәренә ҡызыҡһыныу тәрбиәләү.
Шунан алып "Әйләнә орсоҡ, әйләнә" фольклор байрамы йыл һайын ойошторолоп, күрше район вәкилдәре лә саҡырылды. Йылдан-йыл был сарала ҡатнашыусылар күбәйеүе, оҫталыҡтарын арттырыуы һөйөндөрә генә. Быйылғы байрам илебеҙҙә иғлан ителгән “Остаз һәм уҡытыусы” йылына бағышланып, ҡала Ҡоролтайы һәм Ровесник тиҫтерҙәр клубы яҡлауында ойошторолдо.
Сараға Баймаҡ, Хәйбулла районынан, Сибай ҡалаһының Алтын, Арҡайым, Таулы ҡасабаларынан фольклор ансамблдәре ныҡ әҙерләнеп килеп,һәр команда үҙҙәре менән таныштырып, конкурс сиктәрендә йөн тетеп, уны иләп, сиратып, йомғаҡлап ҡына ҡалманылар, ярыш араһында үҙҙәренең йырға, бейеүгә маһирлыҡтары менән тамашасылар күңелен яуланылар.
Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Зифа Баязитова сараны бик йәнле алып барҙы. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы, баһалама ағзалары уларҙың һәр эшен ентекле тикшерҙе. Алдынғылыҡты Баймаҡ районы Үрге Иҙрес халыҡ фольклор ансамбле "Зарифа" яулаһа, әле яңыраҡ ҡына ойошҡан “Таулы ынйылары” икенсе, Хәйбулла районы Петровский ҡасабаһы “Әхирәттәр”, Баймаҡ районы Татлыбай ауылы “Татлыбай уңғандары” фольклор ансамблдәре өсөнсө урынды яуланылар. “Мәҙәниәттә халыҡ традицияларын тергеҙеү” , “Фольклор оҫталыҡтарын һаҡлау” номинациялары менән Алтын ҡасабаһы “Көмөш ирекмәндәре” һәм Арҡаим ҡасабаһы” Илһам” төркөмдәре бүләкләнде. Етәкселәр матур беләҙектәр, һәр төркөм ҡиммәтле бүләктәр алып һөйөндө.
Ошондай матур сараны ойоштороусы" Ровесник" клубы етәксеһе Лена Сөнәғәт ҡыҙы Мөхәмәтоваға, Алтын ҡасабаһы “Көмөш ирекмәндәр” етәксеһе Зилә Сәлимйән ҡыҙы Һаҡмароваға, сараның бағыусыһы Гөлназ Фәнис ҡыҙы Азатоваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

 

 


ӘМИНӘ ЯХИНА.

Автор:Резеда Валиева