Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Март 2023, 14:45

ӘФЛИСУНЛЫ ЙОМШАҠ ПЕЧЕНЬЕ

Кәрәк: —2 стакан он —1 йомортҡа —50 г аҡ май —3 аш ҡалағы ҡаймаҡ —80 г шәкәр —1/2 сәй ҡалағы сода —семтем тоҙ Эслек өсөн: —1 әфлисун —160 г шәкәр —1 аш ҡалағы крахмал

ӘФЛИСУНЛЫ ЙОМШАҠ ПЕЧЕНЬЕ
ӘФЛИСУНЛЫ ЙОМШАҠ ПЕЧЕНЬЕ

Әҙерләү:

  1. Майҙы шәкәр ҡушып иретергә, ҡаймаҡ, йомортҡа, сода, тоҙ, он ҡушырға. Ҡамыр әҙер булғас, пленкаға урап һыуытҡысҡа һалып торорға.
  2. Әфлисунды киҫәктәргә бүлеп, орлоғон алғас, блендерҙа тышы менән бергә иҙергә, бер юлы шәкәр, крахмал ҡушырға.
  3. Ҡамырҙы сығарып, йәйеп, уға эслекте тигеҙ итеп йәйергә лә, рулет һымаҡ итеп урарға. Уны һыуытҡысҡа бер аҙға оҙатығыҙ. Унан киҫәктәргә 3 см тирәһе ҡырҡып, майлы табаға теҙеп һалығыҙ.
  4. 220 градуслыҡ мейестә 15-20 минут бешерегеҙ.


    Сәйегеҙ тәмле булһын!
Автор:Резеда Валиева