АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Февраль 2023, 15:55

Бөркөттәр оя ташламай

Баймаҡ районының "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Иҫке Сибай ауылында Ватан һаҡсылары байрамына бағышлап"Бөркөттәр оя ташламай" сараһы үтте. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәй икән Иҫке Сибайҙың аҫыл егеттәре. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, энергетиктар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, артистар, хәрбиҙәр, эшҡыуарҙар ,спортсылар, тырыш ғаилә башлыҡтары күп булды.   

Бөркөттәр оя ташламай
Бөркөттәр оя ташламай

Осрашыу матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. " Бөркөттәр оя ташламай" йырының премьераһы булды. М.Рәмов һүҙҙәре,Й. Һөйөндөков көйө.

Сибай Утарбаев диуарынан.

Бөркөттәр оя ташламай
Бөркөттәр оя ташламай
Автор:Гульдар Кадаева