АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Февраль 2023, 21:00

ТЕЛЕН ҺАҠЛАҒАН - ИЛЕН ҺАҠЛАҒАН

Башҡортса ярат балаңды — Һөйөп ал арҡаһынан. Бала наҙҙы һәр саҡ көтә Әсәһе, атаһынан.

ТЕЛЕН ҺАҠЛАҒАН - ИЛЕН ҺАҠЛАҒАН
ТЕЛЕН ҺАҠЛАҒАН - ИЛЕН ҺАҠЛАҒАН

Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында матур сара үтте.

Ҡаланың балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәр, китапханасылар, яҙыусылар, уҡытыусылар ҡатнашты. Улар алдында “Әкиәт” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, элекке тәрбиәләнеүселәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр сығыш яһаны. Төп тема туған тел булһа ла, бында илһөйәрлек, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мәсьәләләре ярылып ятты. Шулай булырға тейеш тә. Сөнки был төшөнсәләр бер-береһенә күренмәҫ ептәр менән бәйләнгән. Үҙ халҡын, үҙ ерен яратҡан, милләтенең үткәндәрен белгән, тарихын, мәҙәниәтен ихтирам иткән ғаиләләрҙә генә әсә телен белгән рухлы балалар үҫә.

Сарала туған телгә арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, ҡурай, ҡумыҙ моңдары ағылды, рухлы бейеүҙәр булды. Малайҙар “Мин дә үҫкәс һалдат булам” йырын йырлап бейене, “Моряк”, талғын ғына яңғыраған “Салауат батыр” йырына “Һыбайлылар” бейеүен дә башҡарҙы. Рус төркөмөндә тәрбиәләнеүселәрҙең саф башҡортса “Шайморатов генерал” йырын башҡарыуы һоҡланғыс күренеш булды. Светлана һәм Данил Әбделғазиндарҙың сараға милли күлдәктәрҙә килеп тәрән мәғәнәле, рухлы шиғырҙы ҡыҙҙары менән бергә башҡарыуы көслө алҡыштарға күмелде. Әйткәндәй, йәш ғаиләнең өлкән ҡыҙҙары Айһылыу ошо балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән, бөгөн һәр төрлө йыр конкурстарында башҡорт йырҙары башҡарып, призлы урындар яулай. “Сулпылар” телевизион конкурсын күҙәтеп барыусылар Айһылыуҙы яҡшы белә. Әле һеңлеһе Ынйыгөл ошо баҡсаға йөрөй. Бер йәше лә тулмаған бәләкәстәре лә рухлы ҡыҙ булып үҫеренә шик юҡ.

“Телен һаҡлаған—илен һаҡлаған” исемле музыкаль-әҙәби иртәлек Лариса Абдуллинаның матур шиғыры менән тамамланды:


Балаңа

Башҡортса көйлә балаңа —
Бишектән һеңә моңдар.
Сабый саҡтан ишеткәнен
Ул ғүмер буйы тыңлар.

Башҡортса өндәш балаңа —
Хәйерле көндәр телә.
Әсәй башҡортса һөйләшһә,
Бала башҡортса белә.

Атай башҡортса һөйләшһә,
Бала аңлай үҙ халҡын.
Бикләп ҡуйма мең йоҙаҡҡа
Ата - бабалар хаҡын.

Әкиәт һөйлә балаңа —
Унда батырҙар еңә.
Яҡшылыҡ маяҡ булыуы
Ул сабый саҡтан һеңә.

Шәжәрә төҙө балаңа —
Ниндәй ҡеүәтле тамыр!
Бер ҡәүемдең вариҫтары
Бер- берен һәр саҡ таныр.

Башҡортса ярат балаңды —
Һөйөп ал арҡаһынан.
Бала наҙҙы һәр саҡ көтә
Әсәһе, атаһынан.

Башҡайынан да һыйпап ал,
Ул яратыуҙы тойһон.
Мөхәббәтле был донъяла
Йәненә һөйөү тулһын!

 

Сараны ойоштороусыларҙың береһе – тәрбиәсе Әлфиә Вилданова әйтеүенсә, балаға телде йыр-моң, шиғриәт аша өйрәтеү бик отошло. Бының хаҡлығы әлеге сарала ла асыҡ сағылды. Иртәлекте ҡарарға килгән ҡунаҡтар күңелдәре күтәрелеп, үҙ телен белгән балалар үҫеүенә ҡыуанып, “Әкиәт” балалар баҡсаһында рухлы тәрбиәселәр эшләүенә шаһит булып таралышты.

Автор:Резеда Валиева