АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Февраль 2023, 20:20

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

Баш ите ашатыу... Нәҡ ошондай йола һаҡлана Юлдыбайҙа...

--Ауылыбыҙҙың ихлас, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл, егәрле ғаиләһе Зөлфиә һәм Радик Зайдуллиндар, боронғо йолаларҙың береһе - "Баш ите ашатыу" үткәрҙе.
Баш итен бешереп, табын йыйып, аят уҡыттылар. Ҡунаҡтар ил - йорт имен, тыныс торһон, хужаларҙың малдары күп, ишле булһын, йортона- бәрәкәт, үҙҙәренә - һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп доға ҡылдылар.
Мәжлестә мал-тыуар, тәбиғәт күренештәренә ҡағылышлы әйтемдәр, ырымдар, мөнәжәт әйтелде. Мул табын артында һыйланып, аралашып, изге теләктәребеззе еткереп,оло рәхмәттәр белдереп таралыштыҡ, --тип яҙа юлдыбайҙар.

Автор:Резеда Валиева