Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Февраль 2023, 08:20

ЙЫРЛЫ ТАБЫН

Баймаҡ ҡыҙы, журналист Нурзиә Йылҡыбаева-Хәсәнова социаль селтәрҙә флешмоб тәҡдим итә. Бәлки, беҙҙең гәзит уҡыусылары араһында ҡушылыусылар табылыр. Һеҙҙән видеолар көтәбеҙ. Шарттары бик ябай.

Үҙәк каналдағы "Поем на кухне всей страной" тигән проектҡа туғандарымды алып барғым килә, тик улар мал-тыуарын ташлап йөрөмәҫ шул. Шуға ошонда ғына һалайым әле видеоларын.

Башҡалар ҙа туғандары менән йырлап ултырған видеоларын һалһын тип, #йырлытабын тигән хэштег ҡуям. Бер генә шарт бар: видеола иҫерткес эсемлектәр, иҫерек кешеләр булмаһын.

Һәр кемебеҙ күңел тыныслығы эҙләгән осорҙа бер-беребеҙгә ҡушылып йырлайыҡ, йыуаныс табайыҡ.

Видеола атайымдың бер туғандары уның юбилейына йыйылған мәл. Солист - апайым Рәзилә Йылҡыбаева (Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол ауылынан).

ХЫЯЛЫМДЫҢ АҠҠОШО / ХЫЯЛ ҠОШОМ

Нур Дауытов музыкаһы
Вәлит Илембәтов шиғыры

Көмөш күлен ташлап аҡҡош оса,
Йөрәгемдә һағыш ялҡыны.
Ҡанаттарын елпеп, аҡ нурҙарын һибеп,
Хыял ҡошом китә ахрыһы.

Күңелем түрендә, тормошом күгендә
Һин оҡшашһың ошо аҡҡошҡа.
Һауала бер (ул) аҡҡош, күңелемдәге (хыялымдағы) ҡош,
Ҡанат елпеп-елпеп хушлаша!

Яҙын ҡайтмай ҡалһа ошо аҡҡош
Ҡанаттарын елдәр ҡайырыр.
Күл аҡҡошһоҙ нишләр, илай-илай кибер,
Аҡҡошҡайын көтөп, һағынып?!

Күңелем түрендә, тормошом күгендә
Һин оҡшашһың ошо аҡҡошҡа.
Һауала бер (ул) аҡҡош, күңелемдәге (хыялымдағы) ҡош,
Ҡанат елпеп-елпеп хушлаша!

 

НУРЗИӘ ЙЫЛҠЫБАЕВА.

Автор:Резеда Валиева