Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Ғинуар 2023, 16:10

Беҙҙең Эльмира бит ул!

Сибай ҡалаһында үткән төрлө сараларҙа был һылыу, һомғол буйлы, ипле башҡорт ҡыҙын һәр кем күрә лә: “Һеҙҙә яңы хәбәрсе бармы әллә?”—тип һорай. “Юҡ, ул бит “Сибайский рабочий” гәзитендә күптән эшләгән хәбәрсе лә инде тип яуаплайбыҙ.

Беҙҙең Эльмира бит ул!
Беҙҙең Эльмира бит ул!

Таныш булығыҙ: был бит беҙҙең Эльмира Ишемова-Лежнева. Сибай мәғлүмәт үҙәгенең “Сибайский рабочий” гәзитендә 2014 йылдан алып эшләй. 9 йыл эсендә ике балаға ғүмер биреп, декрет ялында оҙағыраҡ ултырғанға кеше уны танымай. Ә беҙҙең өсөн ул әллә ҡасанғы Эльмира!

Фамилияһынан уҡ күренеүенсә, Эльмира Урал ҡыҙы Ишемова Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы ҡыҙы. Атаҡлы табиптар нәҫеленән ул. 1991 йылдың 1 апрелендә Төмән өлкәһенең Радужный ҡалаһында игеҙәк апайҙары—Динара һәм Гөлнара апайҙарына иш булып тыуған. Атаһы Урал Сәлихйән улы һәм әсәһе Рәйсә Ильяс ҡыҙы Эльмираға 4 йәштәр тирәһе булғанда тыуған яҡтары--Хәйбуллаға әйләнеп ҡайта. Ғаилә башлығы төрлө предприятие, ойошмаларҙа водитель булып эшләп, яңыраҡ ҡына хаҡлы ялға сыҡҡан. Ә Рәйсә Ильяс ҡыҙы Аҡъярҙағы үҙәк район дауаханаһында медицина хеҙмәткәре булып эшләүен дауам итә.

Эльмира ла бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Әммә яҙмыш уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына илтә.

-Уҡый башлағанда һайлаған һөнәрем ят кеүек тойолдо. Әммә билдәле профессорҙарҙан, гәзит-журналдарҙа эшләгән көслө журналистарҙан һабаҡ ала башлағас, яйлап был өлкәгә күңелем ятты. “Йәшлек”, “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзиттәрендә, БСТ-ла, Сибай, Аҡъяр телевидениеларында практика үтеп, остаздар менән яҡындан аралашҡас, яңылыш юлда йөрөмәүемде аңланым,--ти Эльмира Урал ҡыҙы.-Улай тиһәң, ҡартатайым Сәлихйән Сәғиҙулла улы Ишемов Аҡъяр типографияһында директор булып эшләне. Етәксе булһа ла гел генә яҙышҡанына шаһит була инем. Бөтә Ишемовтарға ла табип булырға тимәгән бит.     

Күңелеңде биреп эшләһәң, эш ҡарышмай: мәҡәләләр ҙә еңел генә яҙыла, ти әңгәмәсем. Төрлө һәләтле кешеләр, тормош һынауҙары алдында бирешеп ҡалмаған шәхестәр хаҡында мәҡәләләр яҙырға яратам, һәр яҙған һүҙең өсөн яуап бирергә кәрәклекте лә оноторға ярамай, тип тә өҫтәй. Эҙләнә, күп уҡый, айырыуса ғаилә мөнәсәбәттәре, психологияға бәйле китаптар уҡыу уның яратҡан шөғөлө. Аш-һыу әҙерләүгә оҫта, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй ҙә.

Быларҙан тыш, Эльмира шәп спортсы ла. Бәләкәй саҡтан волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы менән етди шөғөлләнә, республика ярыштары призеры ла. Ире Артем Лежнев менән дә спорт секцияһында таныша. Йәштәр 10-сы кластан осрашып, бер-береһен 6 йылдан ашыу күреп, белеп, һынағандан һуң, 2014 йылда өйләнешә. Ғаилә булып йәшәүҙәренә лә 9 йыл. Аделиналары быйыл мәктәпкә бара, 4 йәшлек Дима балалар баҡсаһына йөрөй. Артем өҫтәл теннисы буйынса ҡалала билдәле тренер. Эльмира волейбол буйынса ҡала ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында уйнай. Сит өлкәләргә, ҡалаларға ярышҡа барып, гел алдынғы урын яулап ҡайталар.

Бына ошондай ул беҙҙең Эльмира—активистка, спортсменка, журналистка.

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева