АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Ғинуар 2023, 10:00

2023 ЙЫЛ АҠ БУЛҺЫН! ЙОМШАҠ БУЛҺЫН!

ЙЫРСЫ, ҠУРАЙСЫ ЮНИР ҺАҒЫНБАЕВ: «Миңә тиклем дә, мин дә, минән һуң килгән быуын да ятлаған шиғыр бар: Аҡ ҡуян—йомшаҡ ҡуян, беҙгә ҡунаҡҡа килгән... 2023 йыл аҡ һәм паҡ булһын, йомшаҡ булһын! Унан именлек, тыныслыҡ, муллыҡ көтәбеҙ. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, бер генә килгән ғүмерҙе шатланып ҡына үтергә яҙһын!»Тулыраҡ сайтта.

2023 ЙЫЛ АҠ БУЛҺЫН! ЙОМШАҠ БУЛҺЫН!
2023 ЙЫЛ АҠ БУЛҺЫН! ЙОМШАҠ БУЛҺЫН!

Ир-егет «ҡуян»ыбыҙ—йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаевҡа ла һорау бирҙек: «Йондоҙнамәгә ышанаһыңмы? Ҡуяндар ниндәй ул? Ҡуян йылынан нимә көтәһегеҙ? Ҡуянға бәйле ҡыҙыҡтарың юҡмы? Ҡуянға һунар иткәнең бармы? Халыҡҡа Яңы йыл теләктәре?»
Юнир Һағынбаев—Баймаҡ районы егете, ҡурайсы, йырсы, республика, халыҡ-ара йыр-моң бәйгеләре лауреаты:


1. Йондоҙнамәгә ышанып бармайым. Күҙ һәм ҡолаҡ һалам, әммә иҫтә ҡалмай, ихласлап ул нәмә менән мауыҡмайым.
2. Ҡуяндар ни шәп, етеҙ, ҡурҡаҡ, йомшаҡ, иркәләүҙе ярата. Мине лә иркәләтһәләр иреп китәм ул.
3. Ҡуян йылынан мин тыныслыҡ, именлек көтәм. Мин генә түгел, барса халыҡ та шуны теләйҙер. Теүәл, берҙәм, имен булайыҡ! Егеттәребеҙ имен-иҫән генә әйләнеп ҡайтһын. Туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, балаларыбыҙ һау булһын.
4. Бала саҡта атай-әсәй ҡуян көткәйне. Тәүге тапҡыр улар көсөкләгәс, шатлығым күккә тейҙе. Юлыма осраған бер кешегә һөйөнсөләгәнмендер, моғайын. Ысынлап, хәтәр яңылыҡтай күреп ныҡ ҡыуанғайным шул. Тик күҙем тейҙе лә ҡуйҙымы шул, бер нисә көндән бер-бер артлы ҡуян балалары үлеп бөттө лә ҡуйҙы. Шулай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл иҫтә ҡалған.
5. Һунар иткән бар, тик ҡыҙҙарға ғына. Йәнлектәрҙе йәлләйем мин, шуға минән һунарсы сыҡмай. Ә ҡыҙҙарға һунарға йөрөлдө һәм бер «ҡуян»ды тотоп алдым. Эйе, кәләшем дә ҡуян йылында тыуған. Әммә беҙ бер-беребеҙгә оҡшамағанбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ халҡы икенсерәк бит инде ул: бер ҡараһаң ҡояш кеүек нур сәсә, бер ҡараһаң йәшенләп яуған ямғырҙай. Шулай ҙа, ике ҡуян килешеп, матур итеп йәшәйбеҙ, бер «маймыл»ға, бер «ат»ҡа ғүмер бирҙек.
6. Миңә тиклем дә, мин дә, минән һуң килгән быуын да ятлаған шиғыр бар: Аҡ ҡуян—йомшаҡ ҡуян, беҙгә ҡунаҡҡа килгән... 2023 йыл аҡ һәм паҡ булһын, йомшаҡ булһын! Унан именлек, тыныслыҡ, муллыҡ көтәбеҙ. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, бер генә килгән ғүмерҙе шатланып ҡына үтергә яҙһын!

Автор:Резеда Валиева