Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Декабрь 2022, 11:50

УЙНАЙЫҠ ТА КӨЛӘЙЕК

Мәжлесте йырҙар биҙәһә, бергә йыйылған мәлдәрҙе уйын-көлкө ҡыҙыҡлы итә. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән төрлө уйындар ойоштороп, уртаҡ байрамды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрегеҙ.

УЙНАЙЫҠ ТА КӨЛӘЙЕК
УЙНАЙЫҠ ТА КӨЛӘЙЕК

Мәжлесте йырҙар биҙәһә, бергә йыйылған мәлдәрҙе уйын-көлкө ҡыҙыҡлы итә. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән төрлө уйындар ойоштороп, уртаҡ байрамды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрегеҙ.

«ЙЫУЫНЫУ»
Был уйынды үткәреү өсөн төрлө көйҙәр кәрәк. Уны алдан әҙерләп ҡуйһағыҙ бик яҡшы булыр. Мәҫәлән, сиған көйө, йә лизгинка, йә ламбада, йә дәртле башҡорт көйҙәре, йә талғын. Улар аралашып килһен.
Алға бер нисә ҡатнашыусы сығараһығыҙ. Ҡулдарына ышҡынғыс бирәһегеҙ ҙә: «Үҙегеҙҙе мунсала тип хис итегеҙ һәм музыка ыңғайына йыуынығыҙ»,—тип «фарман» бирәһегеҙ. Берсә дәртле, берсә талғын көй аҫтында «ышҡыныусылар»ҙы ҡарап, мотлаҡ кәйефегеҙ күтәрелер.
КЕМ АҘАҠ?
Был уйынды күптәр белә. Ултырғыс тирәләй бейергә, тик ултырғыс һаны ҡатнашыусылар һанынан берәүгә кәм. Мәҫәлән, 10 ҡатнашыусы булһа, 9 ултырғыс. Көй ыңғайына ултырғыс тирәләй бейергә, музыка туҡтағас та ултырырға. Кемгә ултырғыс етмәй—шул уйындан төшөп ҡала һәм бер ултырғысты үҙе менән алып китә. Һуңғы уйынсы ҡалғансы бейетергә. Еңеүсегә, әлбиттә, бүләк.
Ошо уйынды ҡатмарлаштырып ебәрергә мөмкин. Төшөп ҡалған бер уйынсы алып барыусыға үҙенең берәй әйберен, йәғни фантик бирә. Аҙаҡ уны «наказ»ды үтәп кенә ала аласаҡ.
КОЛЛЕКТИВ ХАТ
Алып барыусы алдан Ҡыш бабайға хат яҙа. Тик сифат урынына өс нөктә ҡуйып китә. Йәғни «Ниндәй?» һорауына яуап биргән һүҙ яҙылмай. Нисә һүҙ төшөп ҡалғанын иҫәпләп алғас, алып барыусы ҡунаҡтарҙан шуның сама сифат һорай. Улар төрлөсә яуап бирә: матур, ҡыйыш, һыулы, боҙло, ҡылый күҙле, ҡыҙыл танаулы һ.б. Ҡунаҡтар әйткән һүҙҙәр сират буйынса хатта төшөп ҡалған һүҙҙәр урынына ҡуйыла. Һүҙҙәр тултырылғас, алып барыусы хатты ҡысҡырып уҡый. Бик ҡыҙыҡ хат килеп сыға.
Мәҫәлән, ошондай хатты алдан әҙерләп ҡуйырға була: «Һаумы, ... Ҡыш бабай! Бөтә ... балалар ҙа һинең килеүеңде түҙемһеҙләнеп көтә. Яңы йыл ул— ... байрам. Беҙ һиңә ... йырҙар, ... шиғырҙар, ... бейеүҙәр әҙерләнек. Ниһайәт, ... Яңы йыл килде. Беҙ киләсәктә ..., ..., ... булырбыҙ, һүҙ бирәбеҙ һиңә, Ҡыш бабай. Тиҙерәк... тоғоңдо ас, беҙгә ... бүләктәр бир. Ихтирам менән ... малайҙар, ... ҡыҙҙар».
Әлбиттә, үҙегеҙсә текст төҙөргә була.
ШАРҘАҒЫ ТЕЛӘКТӘР
Ҡунаҡтарға алдан өрҙөртөлгән шарҙар бүләк итегеҙ. Алдан уҡ шар эсендә теләк яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡалдырығыҙ. Һәр кем уны шартлатып, теләкте ҡысҡырып уҡыһын. Мөмкин шаян теләктәр яҙырға.
ҺАНДАР
Ҡунаҡтарға ҡағыҙ һәм ручка биреп, үҙҙәренә оҡшаған һанды яҙып ҡуйырға ҡушығыҙ. Аҙаҡ алдан әҙерләнгән һорауҙы бирә бараһығыҙ, һәр береһе үҙе яҙған һанды яуап итеп әйтә.
Миҫал өсөн һорауҙар: Көнөнә нисә тапҡыр ашайһығыҙ? Нисә сәғәт йоҡлайһығыҙ? Нисә тапҡыр мәктәптә күсмәй ҡалдығыҙ? Нисә тешең ҡалды? Кәүҙә ауырлығың күпме? Уң аяғығыҙҙа нисә бармаҡ? һ.б.
Ҡыҙыҡлы һорауҙарҙы ҡунаҡтар һанына ҡарата күберәк әҙерләгеҙ.
Махсус битте Резеда Усманова әҙерләне.

 

Автор:Резеда Валиева