АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Декабрь 2022, 18:45

АЛДЫНҒЫЛАР БАЙРАМҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Хәйбулла районының алдынғы уҡыусылары бер урынға йыйылды һәм "Тылсымлы диск" ҡараны.

АЛДЫНҒЫЛАР БАЙРАМҒА ЙЫЙЫЛДЫ
АЛДЫНҒЫЛАР БАЙРАМҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Декабрҙәге төп ваҡиға булды! Бөгөн Аҡъяр ауылының мәҙәниәт йортонда муниципаль Яңы йыл шыршыһы үтте. Сараға 19 белем биреү ойошмаһынан 200-гә яҡын уҡыусы саҡырылғайны. Уларҙың барыһы ла уҡыу алдынғылары, активистар, спортсылар, төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашыусылар. Театрлаштырылған тамаша "Тылсымлы диск" барыһына ла оҡшаны. Уҡыусылар әкиәт персонаждары менән бергәләп йырланы, уйнаны, бейене. Балалар ярҙамында яҡшылыҡ еңде! Яңы йыл шыршыһында уттар ҡабынды! Төп ғәмәлдәрҙән һуң балалар бергәләп Шыршы тирәләй йырлап әйләнделәр, шиғырҙар һөйләнеләр. Иң тапҡырҙары халыҡ уйындарын уйнай алды. Муниципаль шыршы байрамында ҡатнашыусы, татлы бүләктәрҙән тыш, Яңы йыл бүләктәрен дә алды. Балалар бик күп ыңғай тәьҫораттар алды һәм Яңы йыл сараларын асты.

 

Гөлназ Ибраһимова.

Автор:Резеда Валиева