АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Декабрь 2022, 22:45

Сибайҙа ЗАГС бүлеге 1946 йылда эшләй башлай

 Таусылар төйәгендә тап шул йылдың 2 ғинуарында беренсе тапҡыр тыуыу тураһында акт теркәлә. Ә беренсе никах хаҡында яҙма 15 ғинуарға тура килә. Ул ваҡытта ЗАГС бүлеге Баймаҡ районының Сибай ҡасаба Советына ҡараған. Теүәл 1 йылдан, йәғни 1947 йылда бүлектә үлем осраҡтары теркәлә башлай. Ә айырылышыуҙарҙы иһә 10 йылдан һуң ғына 1957 йылда яҙа башлайҙар. Шулай итеп быйыл урында ЗАГС бүлеге барлыҡҡа килеүгә 77 йыл. Ул эшләй башлағандан алып 7 тапҡыр атамаһын үҙгәртә. Әлеге ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Сибай ҡалаһы ЗАГС-ы тип атала. Бүлек начальнигы Айгөл Бохарбаева ҡулы аҫтында 3 белгес эшләй, йәғни 4 кеше 60 меңдән ашыу халҡы булған ҡаланы, эргә-тирәләге райондар, хатта күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүселәрҙе лә хеҙмәтләндерә.  

Сибайҙа ЗАГС бүлеге 1946 йылда эшләй башлай
Сибайҙа ЗАГС бүлеге 1946 йылда эшләй башлай


"Донъяла кешелек булғанда, граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәре эшһеҙ ҡалмасаҡ. Әлбиттә, заманса технологиялар, яңы программалар, төрлө реформалар эште бер аҙ еңеләйтә, әммә яуаплылыҡты кәметмәй.

Әммә иң ҙур ҡаҙаныш “Граждандар хәле акттарын теркәү берҙәм дәүләт реестры” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы программаһының ғәмәлгә инеүе. Ул дөйөм Бөтә Рәсәй базаһы булараҡ бик уңайлы. Беҙ базаға ингән Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә урынлашҡан һәр ЗАГС бүлегенән танытма һәм белешмәләр, мәғлүмәт алып бирә алабыҙ. Программаны тормошҡа ашырыр алдынан бик ҙур эш эшләнек: 3 йыл дауамында белешмәләр базаһына ҡағыҙҙағы архивты тулыһынса индерҙек.

 

Шулай итеп беҙҙең бүлек ҡағыҙ рәүешенән сисьемаға 136 044 граждандар хәле актын индерҙе.
2023 йылдың 1 июленән беҙҙе тағы яңылыҡ көтә: ЗАГС бүлектәре ресстр моделенә күсә, киләсәктә акттар танытмалар бланкаһы бирмәй генә теркәлә башлаясаҡ.

ЗАГС бүлегендә юбиляр парҙарҙы ҡотлау матур бер йолаға әүерелде. Алтын, гәүһәр, хозур туйҙарын юилдәләгән өлкән йәштәгеләр йәштәргә өлгө, үрнәк булып тора.


Быйыл бергә йәшәүҙәренә 50,60,70,75 йыл тулған 41 ғаилә парына Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙыҡ. Шуларҙың 10-һы гәүһәр, 30-ы алтын туйҙарын билдәләне. Берәүҙәре 70 йыл бергә йәшәүҙәре менән таң ҡалдырҙы.


Форсаттан файҙаланып, оҙаҡ йылдар донъя йөгөн бергә тартҡан ғаиләләргә Башлыҡ бүләген алыу өсөн тейешле документтар йыйып тапшырырырға кәрәк: паспорттар, никахҡа инеү тураһында танытма, ҡотлауға ғариза яҙырға, шәхси белешмәләрҙе тикшереүгә рөхсәт бирергә тейеш.

2022 йылдың 11 айына статистик мәғлүмәт:
Был арауыҡта бүлектә:

594 тыуым,
422 никах,
309 айырылышыу
100 атайлыҡты билдәләү
7 баланы уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыу
632 үлем акттары теркәлгән.


726 танытма яңынан, 1833 справка, төрлө ойошма һәм учреждениелары һорауҙарына 6524 яуап бирелде, - тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы. 

Автор:Гульдар Кадаева