АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Ноябрь 2022, 10:15

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, КОЛЛЕГАЛАР!

Бөгөн - Бөтә донъя телевидение көнө.

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, КОЛЛЕГАЛАР!
БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, КОЛЛЕГАЛАР!

Баймаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев:

—Бөгөн билдәләнгән Бөтә донъя телевидение көнө – хәҙерге заманда йәшәгән һәр кемгә ҡағылған ваҡиғалыр, моғайын.
Баймаҡ районы телевидениеһының үҙ тарихы бар, уның хеҙмәткәрҙәре ике тиҫтә йылдан ашыу беҙгә даими рәүештә үҙҙәренең сюжеттарында иң ҡыҙыҡлы яңылыҡтар, ҡала, район һәм республика кешеләре тураһында һөйләй.
Хөрмәтле Баймаҡ телевидениеһы ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре, беҙҙең ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Мәғлүмәтте оператив еткереү, ижади ҡараш, объектив һәм битараф булмаған мөнәсәбәт киләсәктә лә һеҙҙең төп үҙенсәлектәрегеҙ булып ҡалһын! Байрамығыҙ менән!


Фәнис Ғәбдрәшит улының ҡотлауына беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Ижади үрҙәр, уңыштар, һаулыҡ ташламаһын һеҙҙе, коллегалар!

Автор:Резеда Валиева