Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Ноябрь 2022, 08:05

ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

Республика Башлығы Радий Хәбиров быйыл Яңы йыл байрамы айҡанлы масштаблы күңел асыу саралары, шаулы корпоративтар булмаҫҡа тейеш тине. Шулай ҙа балалар өсөн саралар күрергә саҡырҙы. Байрам шыршылары 20 декабргә тиклем ултыртылырға тейеш. Әйткәндәй, Өфөләге "Ҡашҡадан" паркына шыршы ҡуйылды ла инде, уны Нуриман районынан килтергәндәр.Быйыл республикабыҙҙа 1300 боҙ ҡаласыҡ, 2156 шыршы (1955 - тәбиғи, 201 яһалма) буласаҡ. 87 саңғы базаһы, 51 тюбинг трассаһы эшләйәсәк. 220 мең метрға гирлянда һуҙыласаҡ.

ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ
ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

1 декабргә тиклем йорттар, учреждениелар биҙәлә.

 

Ә һеҙ быйыл үҙ йортоғоҙҙо, тәҙрәләрҙе биҙәйһегеҙме?

 

фото: Башинформ

Автор:Резеда Валиева