Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Ноябрь 2022, 13:05

Ир-егеттәр донъя ҡото

Хәйбулла районының Йәнтҽш мәҙәниәт йортонда"Ир-егеттәр донъя ҡото" йыйыны үтте. Унда ауылдың уңған ир-ҽгҽттәре һәм уларҙың улдары ҡатнашты.

Ир-егеттәр донъя ҡото
Ир-егеттәр донъя ҡото

 


7 ноябрь Бөтә донъя ирҙәр көнө һәм 19 ноябрҙә Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө билдәләнә икән.Хөрмәтле ир-егеттәрҙең барыһын да байрам мҽнән ҡотлайбыҙ!

- Кем ул ИР?
- Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР:
Бер ҡараһаң – мосафИР,
Бер ҡараһаң – баһадИР,
Бер ҡараһаң, ул - шағИР,
Һәр яҡтан да бик маһИР.
Ана шул инде ул ИР,
Ана шул була ул ИР.
Ике ҡулына эш бир,
Маңлайында булыр тир,
Арыу белмәҫ, белмәҫ сир!
Йәнә лә ИР ул – яугИР,
Менгән аты булыр кир,
Әйтерһең дә, король ЛИР:
- Һәр ерҙә мин еңәм ти(е)р.
Уға ҡарап торор мир,
Ана шул инде ул ИР,
Ана шул ул ысын ИР!
-ИР кем ул?
-ИРене елгә ярылған,
ИРетеп эскән ҡар һыуын,
ИРмен тигән ИРҙер ул.
ИРешмәктән ниәтенә
ИРтәнсәк иртүк тороуы
ИРәмәлдән урап ҡайтҡан
ИРәүәндәй күренер.
ИРмәк яғы ла булыр,
ИРкәләнеп тә алыр.
ИРәндек бөркөтө һымаҡ,
ИРкенлекте һөйөр ул,
ИРек даулап йөрөр ул,
ИРмен тигән ИРҙер ул,
ИРмен тигән ИРҙер ул!

(Мөнир Фәйзуллин).


Ир-егеттәрҙе байрам мҽнән ҡотлап үткәс, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, йәнлҽ әңгәмә лә ҡорғандар
"Үҙгәрҽштәрҙҽ" иҫләйһҽңмҽ? "Атайҙар һәм улдар"статуяһы һәм "Көслөләр" уйыны бик ҡыҙыҡлы булды.
-Ир-егеттәр йыйынына килҽүсҽләргә рәхмәт! - ти йәнтештәр.

Ә ир-егеттәр 

Мәғлүмәт интҽрнҽт сҽлтәрҽнән:
Тәүге тапҡыр был байрамды 1999 йылда утрауҙағы Тринидад һәм Тобаго халҡы билдәләй башлай. Унан Кариб бассейны, Австралия, Көньяҡ Америка, Азия, Европа һәм Берләшкән милләттәр ойошмаһында хупланыу таба. Әлеге ваҡытта был көн донъялағы 60-тан ашыу илдә байрам ителә.
Ошоға оҡшаш байрамды булдырыу идеяһы 1960 йылда тәҡдим ителә башлай. Тик 30 йыл буйына һүҙҙә генә ҡала. Ә 1990 йылдың башында Миссури-Канзас ҡалаһындағы университетта үҙәк менән идара итеүсе профессор Томас Оастер башланғысы менән АҠШ-та ҙур булмаған саралар үткәрелә.
Әлеге Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөнә Вест-Индия университетынан доктор Джероме Тилуксингх нигеҙ һала. Ул ғаиләлә һәм йәмғиәттә ир-егеттәрҙең ыңғай ролен белдергән,баһалаған байрам булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Был көндө үткәреү көнө итеп атаһының тыуған көнө — 19 ноябрҙе һайлай. Ни өсөнмө? Уның һүҙҙәренсә, атаһы күптәргә өлгө булырлыҡ кеше була.

Автор:Гульдар Кадаева